Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда “Хәҙерге Рәсәйҙең конституцион-хоҡуҡи үҫеше: үҫеш йүнәлештәре, өҫтөнлөктәре, мәсьәләләре” тигән ике көнлөк халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция бара.
Конференция Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Беларусь Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Идара итеү академияһы, Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт идара итеү академияһы тарафынан ойошторолдо.
Унда дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидара органдары, Рәсәй һәм сит ил ғилми һәм белем биреү ойошмалары вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша. Сарала ҡатнашыусылар араһында Беларусь һәм Ҡаҙағстандан конституцион хоҡуҡ өлкәһендәге белгестәр ҙа бар.
Конференцияла ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумынан видеомөрәжәғәт аша тәбрикләне.
“Һеҙгә Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы яланынан ҡайнар сәләмемде тапшырам. Был көндәрҙә беҙҙең республика делегацияһы төбәккә инвестициялар килһен, беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың тормошо яҡшыраҡ булһын өсөн әүҙем эшләй.
Һеҙҙең конференцияны ошо эштең ҙур өлөшө итеп күрәм. Беҙҙең уйҙар һеҙҙең менән бергә. Һәм бер эште башҡарабыҙ.
Һеҙ илебеҙҙең конституцион-хоҡуҡи үҫеше менән бәйле мөһим мәсьәләләрҙе ҡарарға йыйылғанһығыҙ. Былтыр Рәсәй халҡы Президенттың Конституцияға төҙәтмәләр индереү тураһындағы аҡыллы тәҡдимен хупланы. Улар бөгөн бойомға ашырыла. Беҙ һеҙҙең менән - ил һәм төбәк тормошоноң шундай тарихи үҙгәрештәренең шаһиттары.
Беҙҙең алда республика Конституцияһына үҙгәрештәр индереү бурысы тора. Шуға ла һеҙҙең тәҡдимдәр, эксперттарҙың, фән йәмәғәтселегенең фекерҙәре бик кәрәк.
Конференция сағыу һәм иҫкә ҡалырлыҡ булыр, дөрөҫ ҡарарҙар әҙерләүгә ярҙам итер, халыҡ-ара һәм төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға ярҙам итер, тип ышанам”, – белдерҙе Радий Хәбиров.
Конференция 5 июндә тамамлана. Был көндәрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда фотокүргәҙмә һәм Парламент тарихы музейы эшләй. Сараның онлайн-трансляцияһы Дәүләт Йыйылышының рәсми YouTube-каналында бара.