“Берҙәм Рәсәй” партияһының генераль Советы секретары, Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Турчак Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙанында “Башинформ” агентлығына киләһе аҙнала Башҡортостанға эш сәфәре менән килергә йыйыныуы хаҡында белдергән.
Сәфәрҙең төп маҡсаты – партияның “Вверх” ҡатнашыусылары менән аралашыу. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был үҙенсәлекле ҡушымта “Берҙәм Рәсәй”ҙең әүҙем ағзалары һәм фекерҙәштәрен алға әйҙәүгә, хуплауға йүнәлтелгән.
“Беҙ уны тормошҡа ашырыуҙа яҡшы һөҙөмтәгә ынтыласаҡбыҙ, унда әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт белдерәсәкбеҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу планлаштырылған. Унда инфраструктура проекттарын бойомға ашырыуҙы тикшерергә йыйынабыҙ. Республикала улар күп әҙерләнгән - төбәкте үҫтереүҙә локомотив була алалар һәм шулай тейеш тә. Араларынан “Берҙәм Рәсәй” проекты программаһына инәсәктәрен ентекле тикшерәсәкбеҙ”, – тине Андрей Турчак.
Ул республика һайлаусыларының үткән алдан тауыш биреүҙә юғары әүҙемлек күрһәткәнен билдәләне.
“Был партия төбәк бүлексәһенең юғары ойоштороу ҡеүәте тураһында һөйләй. Дөйөм алғанда, илдә – 12 миллион һайлаусы, бик ҙур һан. “Берҙәм Рәсәй” - үҙ кандидаттарын һайлап алыуҙы ошолай киң итеп уҙғарған берҙән-бер партия”, – тине Андрей Турчак.