Рәсәй Федерацияһы судьяларының X съезы алдынан Башҡортостандың Юғары судында XIV Башҡортостан Республикаһы судьяларының отчет-һайлау конференцияһы үтте.
Башҡортостандың Юғары суды рәйесе Земфира Латипова һүҙҙәренсә, был сара дүрт йылға бер уҙа һәм унда бөтә судьялар ҙа ҡатнаша. Йәғни был юлы ла 150 мировой һәм федераль судья килгән.
“Был судьялар берләшмәһе өсөн бик әһәмиәтле ваҡиға, унда судьялар берләшмәһе органы – Судьялар советы һәм Судьяларҙың квалификация коллегияһы һайлана. Законға ярашлы, Судьялар советы судьяларҙың бөтә хоҡуҡ тәртибен һәм тормош эшмәкәрлеген мәсьәләләрен ҡарай. Судьяларҙың квалификациялы коллегияһы судьялар корпусын формалаштыра – был мөһим һәм яуаплы бурыс. Һәм быларҙың барыһы ла ғәҙел хөкөм һөҙөмтәлелегенә, граждандарҙың хоҡуғын, мәнфәғәтен һаҡлауға йүнәлтеләсәк. Яңы состав алға ҡуйылған бурыстарҙы атҡарып сығыр тип ышанам”, – тине Земфира Латипова.
Юғары суд рәйесе делегаттар алдында тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһаны. Һуңынан судьялар берлеге органдары етәкселәренең – республиканың Судьялар советы рәйесе Татьяны Писареваның һәм Судьяларҙың квалификация коллегияһы рәйесе Елена Михадюктың отчеттары тыңланды. Сара барышында судьяларҙы бүләкләү, танытма тапшырыу тантанаһы үтте.