Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Июнь 2021, 07:45

Рафаэль Мәрҙәншин: “Ер аҫтын файҙаланыусылар нефть түгелеүе факттары тураһында хәбәр итергә тейеш”

Ер аҫтын файҙаланыусылар нефть түгелеүе тураһында тейешле органдарға мғлүмәт еткерергә бурыслы. Әммә, компаниялар быларҙы эшләмәй һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр тыуыу хәүефһен тыуҙыра.

Дәүләт Думаһы быйыл 1 июндә беренсе уҡыуҙа Рәсәйҙең Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр индереү тураһындағы тәҡдимен хупланы. Унда һүҙ ер аҫтын файҙаланыу эштәре барышында экологик хәүефһеҙлек талаптарын боҙғандарға яуаплылыҡты арттырыу тураһында бара.
Бөгөн ғәмәлдәге ҡануниәт компанияларҙан нефть һәм нефть тауарҙары түгелеүҙе иҫкәртеү һәм ликвидациялауҙың, иҫкәртеү һәм эҙемтәләрҙе юҡҡа сығарыу сараларын финанс яҡтан тәьмин итеүҙең раҫланған планын булдырыу бурысын ҡуя. Ер аҫтын файҙаланыусылар нефть түгелеүе тураһында тейешле органдарға мғлүмәт еткерергә бурыслы. Әммә, компаниялар быларҙы эшләмәй һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр тыуыу хәүефен тыуҙыра.
Шуға күрә, компанияларҙың яуаплылығын көсәйтеү өсөн, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм ликвидациялау талаптарының дөйөм тәртибенән нефть түгелеү осраҡтарын айырым блокка күсереүҙе һәм КОАП-тың 8.48-се статьяһына үҙгәрештәр индереүҙе тәҡдим итәләр.
Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин закон проектына иҫкәрмәләрен әйтте. Уның фекеренсә, законды юридик-техник яҡтан эшләп бөтөрөргә кәрәк. Тәҡдиме шундай: әгәр закон икенсе тапҡыр боҙола икән, эшмәкәрлекте административ рәүештә туҡтатып торорға кәрәк.
– Был талаптарҙы боҙоу юғары хәүефкә килтереүе ихтимал. Законды ҡабул итеү экологик хәүефһеҙлекте арттырыу, тәбиғәтте һаҡлау, шулай уҡ ер аҫтын файҙаланыусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу мөмкинлеге бирәсәк, – тине ул.
Ер аҫтын файҙаланыу эштәрен башҡарып, экология хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн 300 мең һумға тиклем штраф ҡараласаҡ. Мәҫәлән, вәкәләтле органға нефть түгелеүе тураһында мәғлүмәт бирмәү йәки дөрөҫ мәғлүмәт бирмәү өсөн вәкәләтле кешеләр 15-50 мең, шәхси эшҡыуарҙар – 25-100 мең, ойошмалар – 150-500 мең һум штраф түләйәсәк. Ошо уҡ талапты йәнә боҙған осраҡта штрафтар ике тапҡырға арта.
“Росприроднадзор”ҙың күрһәтмәһен үтәмәгән өсөн физик берәмектәргә 10-20 мең, вәкәләтле кешеләргә – 30-50 мең һәм ойошмаларға – 100-200 мең һум штраф ҡаралған. Закон боҙоу ҡабатланһа, штрафтар ике тапҡырға арта.
Фото: alrf.ru
Читайте нас