Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
9 Июнь 2021, 17:00

Андрей Турчак Өфөгә ниңә килә?

"Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән эш осрашыуы планлаштырыла, инфраструктура проекттарын ҡараясаҡбыҙ".

Иртәгә, 10 июндә, Өфөгә эш сәфәре менән “Берҙәм Рәсәй” партияһының генераль советы секретары, Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Турчак килә.
Сәфәрҙең төп сәбәбе – “Юғарыға” партия проектында ҡатнашыусылар менән аралашыу. Был үҙенсәлекле мобиль ҡушымта "Берҙәм Рәсәй"ҙең әүҙем ағзаларын һәм уның яҡлыларҙы, уларҙың башланғыстарын алға этәреүгә йүнәлтелгән.
"Беҙ уны тормошҡа ашырыуҙың тәүге йомғаҡтарын яһаясаҡбыҙ, әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт әйтәсәкбеҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән эш осрашыуы планлаштырыла, унда инфраструктура проекттарын ҡараясаҡбыҙ. Республикала улар күп әҙерләнгән - төбәк үҫеше өсөн локомотив булырҙай. Ҡайһыларын “Берҙәм Рәсәй” партияһы программаһына индереүҙе тикшерәсәкбеҙ", – тине Андрей Турчак.
Бынан тыш, ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында ҡатнашасаҡ. Андрей Турчак партия проекттарына бик иғтибарлы, айырыуса “Ҡала мөхите” һәм “Тарихи хәтер”гә. Был проекттар нигеҙендә ҡунаҡ Өфөнөң бер нисә объектын ҡараясаҡ.
Шулай уҡ Андрей Турчак Республикаға идара итеү үҙәгендә буласаҡ, бында ковидҡа ҡаршы үҙәк менән “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәген ҡушыу планлаштырылған.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас