Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
9 Июня 2021, 08:30

Ике районда яңы прокурорҙар тәғәйенләнде

Улар быға тиклем дә прокурор булып эшләгән булған...

Башҡортостан Прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Генераль прокуроры Әлшәй һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында яңы прокурорҙар тәғәйенләү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйған.
Әлшәй районы прокуроры итеп сығышы менән Өфөнән 37 йәшлек Артур Таһир улы Әминев тәғәйенләнгән. Ул 2005 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2008 йылдың авгусынан 2016 йылдың июненә тиклем Өфө ҡалаһының Октябрьский районы прокуроры урынбаҫары булып эшләгән. 2016 йылдың июненән бөгөнгә тиклем Ҡырмыҫҡалы районы прокуроры вазифаһында хеҙмәт иткән.
Ҡырмыҫҡалы районы прокуроры итеп сығышы менән Балтас районының Иҫке Балтас ауылынан 42 йәшлек Айҙар Рәлиф улы Исламов тәғәйенләнгән. Ул 2000 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2004 йылдың июненән 2006 йылдың апреленә тиклем Борай районы прокуроры урынбаҫары булып эшләй, ә инде 2004 йылдан бөгөнгәсә Яңауыл, Әлшәй һәм Бөрө райондары прокуроры вазифаларында хеҙмәт юлы үткән.
Фото: БР Прокуратураһы сайтынан.
Читайте нас