Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Июнь 2021, 10:20

Өфөгә Андрей Турчак килде

Уны аэропортта Радий Хәбиров ҡаршыланы.

Бөгөн 10 июндә Башҡортостанға эш сәфәре менән “Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль советы секретары, Федерация Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Турчак килде. Өфөләге аэропортта уны Башҡортостан Башлығы, партияның төбәк бүлексәһе секретары Радий Хбиров ҡаршы алды.
Сәфәрҙең төп сәбәбе – “Юғарыға” партия проектында ҡатнашыусылар менән аралашыу. Был үҙенсәлекле мобиль ҡушымта "Берҙәм Рәсәй"ҙең әүҙем ағзаларын һәм уның яҡлыларҙы, уларҙың башланғыстарын алға этәреүгә йүнәлтелгән.
Андрей Турчак менән Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк конференцияһында ҡатнашасаҡ, Республикаға идара итеү үҙәгендә буласаҡ.
Андрей Турчак партия проекттарына бик иғтибарлы, айырыуса “Ҡала мөхите” һәм “Тарихи хәтер”гә. Был проекттар нигеҙендә ҡунаҡ Өфөнөң бер нисә объектын ҡараясаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас