Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Июнь 2021, 17:30

Күршеңдең хоҡуғын күҙәтәһеңме?

Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев белдереүенсә, мәғәнәһеҙ сикләүҙәр индерелмәй.

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев - күршеләрҙең хоҡуғын күҙәтеү буйынса тәҡдим ителгән федераль закон проекты авторҙарының береһе.
Депутат белдереүенсә, мәғәнәһеҙ сикләүҙәр индерелмәй. Кеше тормошондағы ғәҙәти күренештәр – бала илауы, атлау һәм һыу тауышы тынлыҡты боҙоу тип иҫәпләнмәй. Шулай уҡ кисектергеһеҙ авария-ҡотҡарыу эштәре өсөн дә штраф һалынмай. Ә бына башҡалар ял иткәндә көслө итеп музыка ебәреү – тәртип боҙоу.
Павел Качкаев аңлатыуынса, әгәр ҙә закон проекты ҡабул ителһә, йорт хужаһы төнгө ваҡыттағы тауыш, шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеген, санитар-гигиена һәм экология талаптарын күҙәтмәгән өсөн дә яуап бирәсәк, уның фатирына кемдәрҙер түләп йәшәгән йәки ҡуртымсылар файҙаланған осраҡта ла. Был ҡағиҙәләр торлаҡ булмаған бина хужаларына ла ҡағыла.
“Күп осраҡта ҡуртымсылар йәки түләп йәшәгәндәр алмашына, һәм уларҙы ниндәйҙер яуаплылыҡҡа тарттырыу мөмкин түгел. Күршеләрҙең хоҡуҡтарын боҙған саҡта, бинаны ҡулланыуға биргән милек хужаһының был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса бер ниндәй ҙә йөкләмәһе юҡ. Ошондай уҡ проблема ҡуртымсылар күп фатирлы йорттоң йәки күршеләрҙең милкенә зыян килтергәндә лә тыуа. Ғәмәлдәге хоҡуҡ нормаларына ярашлы, килтерелгән зыян өсөн ғәйепле кеше яуаплылыҡ тота. Шуға ла фатирға түләп торған кеше күршеләренә зыян килтерһә, уны эҙләйҙәр, ә милек хужаһын түгел”, – тине Павел Качкаев.
Бынан тыш, бөгөнгө Торлаҡ кодексында торлаҡ бинаһын файҙаланған осраҡта ғына күршеләр хоҡуғын күҙәтеү тураһында талаптар бар, шул уҡ ваҡытта күп фатирлы йорттарҙа торлаҡ булмаған биналарҙы файҙаланыуҙа күршеләр хоҡуғының күпләп боҙолоуына юл ҡуйыла.
Ошоларҙы иҫәпкә алып, торлаҡ һәм торлаҡ булмаған биналарҙың хужаларын яуаплылыҡҡа тарттырыу тәҡдим ителә.
Фото:muptrest.ru
Читайте нас