Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Июня 2021, 16:45

Партия Совет майҙанын төҙөкләндереүҙә ярҙам итәсәк

Андрей Турчак менән Радий Хәбиров Өфөләге Совет майҙанында төҙөкләндереү барышын ҡараны.

Бөгөн Өфөлә эш сәфәре менән булған “Берҙәм Рәсәй”ҙең Генераль советы секретары, Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Андрей Турчак һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Совет майҙанында төҙөкләндереү барышын ҡараны.
Баш ҡала хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Ольга Сарапулова был йәмәғәт киңлеген яңыртыуҙы тамамлауға бәйле пландар тураһында һөйләне.
"Өфөлә тантаналы саралар үткәреү урыны булмай сыҡты, – тине ул. – Башҡортостан Башлығының ышаныслы ҡарары нигеҙендә беҙ ошо майҙанды туҡталҡа булыуҙан туҡтаттыҡ, уны кешеләргә ял өсөн асасаҡбыҙ. Эштәрҙе 2022 йылдың 9 майына тамамларға йыйынабыҙ".
Радий Хәбиров белдереүенсә, Совет майҙаны тарихи әһәмиәткә эйә.
– Тап ошонан 1942 йылдың мартында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов республика етәкселегенә хәрбиҙәрҙең фронтҡа китергә әҙерлеге тураһында әйткән. Дивизия бөтә һуғыш юлын үтеп, Берлинғаса барып еткән, – тине төбәк етәксеһе.
Андрей Турчак белдереүенсә, “Берҙәм Рәсәй” Совет майҙанын “Тарихи хәтер” партия проекты нигеҙендә төҙөкләндерергә ярҙам итеү юлын табасаҡ.
Билдәле булыуынса, бында Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуясаҡтар, ут һәм музыкалы фонтан булдырасаҡтар һәм тирә-яҡ биләмәне төҙөкләндерәсәктәр.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас