Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Июнь 2021, 18:00

"Сәфәр барышында Өфөнө баһалап өлгөрҙөм: һоҡландыра!"

Бөгөн баш ҡалала “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһы үтте.

Бөгөн Өфөлә “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһы үтте. Уның эшендә партияның Генераль советы секретары, Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Андрей Турчак һәм Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров ҡатнашты.
Конференцияла ҡатнашыусылар һайлау алдынан партия эшмәкәрлегенең төрлө аспекттарын ҡараны һәм 19 июндә Мәскәүҙә үтәсәк XX съезға делегаттар исемлеген раҫланы.
"Праймериз еңеүселәрен һәм унда ҡатнашҡан һәр кемде ҡотлайым. Башҡортостанда сараға һайлаусыларҙың 17 проценты килгән. Был - илдәге иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Республикала беҙҙең кадр ресурсы бик етди – 120 меңдән ашыу ағза. Бөгөн партия отчеттарына старт бирҙек. Был бик мөһим, сөнки һайлаусылар нимәгә өлгәшкәнебеҙҙе, алға ниндәй бурыстар ҡуйғаныбыҙҙы белергә тейеш. Беҙҙең эш һайлау менән генә бөтмәй. Көн һайын кешеләрҙең тормошон аныҡ эштәр менән еңеләйтергә бурыслыбыҙ", - тине Андрей Турчак.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, Дәүләт Думаһына һайлау илдең күп йылдарға үҫешен билдәләйәсәк.
– “Берҙәм Рәсәй” яңы саҡырыуҙарға ҡыйыу яуап биреү, проблемаларҙы хәл итеү өсөн һөҙөмтәле ҡарар таба белеү һәләтен күрһәтте. Быға сағыу өлгө – беҙҙең коронавирус пандемияһы осорондағы берҙәм эшмәкәрлек. Яҡындарыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы, коллегаларыбыҙҙы юғалттыҡ, әммә бергә булдыҡ. Үткән праймериз да беҙҙең көстө күрһәтте, – тине Радий Хәбиров.
Аҙаҡ Радий Хәбиров менән Андрей Турчак журналистар менән аралашты. Ҡунаҡтың Башҡортостан һәм уның үҫеше тураһында тәьҫораттарын һоранылар.
"Ҡыҫҡа ғына сәфәр барышында Өфөнө баһалап өлгөрҙөм. Һоҡландыра! Юл ремонты күләме, торлаҡ төҙөлөшө, уңайлы ҡала мөхите булдырыу ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Үтеп барышлай парктарҙы, скверҙарҙы ҡарап өлгөрҙөк. Республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә баһаны халыҡ үҙе бирергә тейеш. Быны улар сентябрҙә һайлау кампанияһы барышында күрһәтер тип ышанам", – тине ул.
Шулай уҡ Андрей Турчак партияның коронавирус пандемияһы осорондағы эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
"Башҡортостан инвестиция мөхите буйынса Милли рейтингта юғары урындар алыуына бик шатмын. Тимәк, был эш менән Башлыҡ шәхсән шөғөлләнә, был уның өсөн өҫтөнлөк. Һүҙҙең нефть химияһы тураһында ғына бармауы мөһим. “Алға” махсус иҡтисади зонаһының үҫеш динамикаһы күпте һөйләй, – тине Андрей Турчак. – Башҡортостанда ярҙам кәрәк булған инфраструктура проекттары бик күп. Владимир Путин быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә төбәктәргә инфраструктура кредиттары биреү тураһында әйткәйне. Беренсе пакет күләме - 500 миллиард һум. Республикала бындай проекттар күп. Бер һүҙ менән әйткәндә, динамика һәйбәт. Федераль үҙәктән өҫтәмә ярҙам кәрәк урында Радий Фәрит улы үҙенең абруйы менән быны хәл итә. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең яҡтан ярҙам итергә әҙер".
Радий Хәбировтан республикала алдан тауыш биреүҙең нисек үткәне, Башҡортостандың һайлауға әҙерлеге тураһында һоранылар.
– Беренсе күрһәткес – праймеризда күп кешенең ҡатнашыуы. Был хәтлем халыҡты көс менән килтереп булмай. Тимәк, был процесҡа ҡыҙыҡһыныу артты, – тине ул. – Икенсенән, сағыу миҫалдар күп булды, көтөлмәгән кешеләр яҡшы тауыштар йыйҙы. Минеңсә, алдан тауыш биреү һәйбәт ойошторолған ине. Идара итеү аппараты ла, партияның башҡарма комитеты ла һәйбәт эшләне. Беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы тәжрибә һәм һайлауға күнекмә булды.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас