Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
12 Июнь 2021, 03:00

Эльвира Айытҡолова: “Мин балаларымдың рәсәйле булғанына ғорурланыуын теләйем”

Тормош өсөн уңайлы шарттар менән тәьмин итеү һәм һөнәри, ижади камиллашыуға мөмкинлек биреү - етәкселәрҙең бурысы тип күрәм.

12 июнь – Рәсәй көнө. Йылдан-йыл был байрамды таныған рәсәйлеләр арта. Һуңғы ваҡытта был ышаныс сағыуыраҡ була бара, тип иҫәпләй парламентарийҙар. Ысынлап та һуңғы тиҫтә йылда илебеҙ һоҡланырлыҡ һөҙөмтәләргә өлгәшә, тормош алға китә һәм был бөтөнләй икенсе кәйеф тыуҙыра.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова 90-сы йылдарҙың 12 июнендә һәм бөгөн Рәсәй халҡы билдәләгән байрам араһындағы айырма тураһында һөйләне:
– Рәсәй көнөндә 1990 йылда РСФСР-ҙың дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияға ҡул ҡуйғандан алып илебеҙ үткән ҙур юл тураһында уйлайым. Хәҙер күптәр ҡапыл ғына РСФСР аббревиатураһы нисек аталғанын да иҫләй алмаҫ. Декларация Рәсәй – ул “ундағы тарихи берләшкән халыҡтар менән булдырылған дәүләт” тип иғлан ителә, ә уның иң юғары маҡсаттарының береһе һәр кешенең тыуған телен файҙаланыуға айырып алғыһыҙ хоҡуғы атала. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе булараҡ, был минең өсөн бөгөн дә көнүҙәк.
Декларацияла яңыртылған СССР Союзы составында демократик хоҡуҡи дәүләт төҙөү ҡарары тураһында әйтелгән. Ул беҙгә алдағы быуын ҡалдырған ҙур дәүләтте һаҡлау мөмкинлеге бирҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Советтар Союзын һаҡлап ҡалып булмай, союздаш республикалар үҙ юлдары менән китте.
Шулай килеп сыҡты, яңы Рәсәйҙе төҙөү һәм үҫтереү минең студент йылдарым һәм хеҙмәт биографиям менән тура килде. 90-сы йылдарҙа еңел булманы, аҙыҡ-түлеккә бәйле ҡытлыҡтар, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға тырыштыҡ. Киң мәғлүмәт сараларында эшләү мәғлүмәт ағымы уртаһында булырға, ауырлыҡтарҙы һәм уларҙы еңеү буйынса эштәрҙе күрергә мөмкинлек бирҙе. Ныҡлы дәүләт кәрәк булғанын аңлау барлыҡҡа килде.
Һуңғы йылдарҙа беҙҙең Рәсәйҙең нисек нығыныуын, дәүләт институттарының яңырыуын, халыҡ-ара аренала беҙҙең менән иҫәпләшеүҙәрен күрәбеҙ. Мин балаларымдың рәсәйле булғанына ғорурланыуын теләйем. Был минең закон сығарыусы булараҡ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе булараҡ эшемдә ҡеүәт бирә.
Беҙ бер юлы Өфө көнөн дә байрам итәбеҙ. Өфө – Башҡортостан халҡының дүрттән бер өлөшө һәм сәнәғәт ҡеүәтенең яртыһы. Ә минең өсөн ҡаланың төп байлығы – уның халҡы. Өфө барлыҡ республиканы үҙенә тартып торған үҙәк, ул үҫеш барышында яҡын-тирәләге ауылдарҙы үҙ эсенә алды һәм хатта 1944 йылдан 1956 йылға тиклем үҙаллы статусы булған Черниковск ҡалаһын да. Бында тарих һәм география ҡушыуы буйынса төрлө милләттәрҙең, дин тотоусыларҙың, телдәрҙең һәм мәҙәниәттең үҙенсәлекле берләшмәһе тупланған. Бында беҙҙең үҙенсәлек, глобалләшеү һәм унификация дәүерендә тышҡы донъя өсөн ҙур байлыҡ һәм йәлеп итеүсәнлеккә әйләнгән был үҙенә хас бер төрлөлөктө һаҡларға кәрәк.
Тормош өсөн уңайлы шарттар менән тәьмин итеү һәм һөнәри, ижади камиллашыуға мөмкинлек биреү - етәкселәрҙең бурысы тип күрәм. Уңайлы ҡала мөхитен булдырғанда яңыртыу һәм тарихи мираҫты һаҡлау араһында тигеҙлекте һаҡлау мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп матур йорттар, архитектура ҡомартҡылары, студент йылдарында йөрөргә яратҡан ағас йорттары булған йәшел урамдар кире ҡайтҡыһыҙ итеп юғалтылған. Һуңғы йылдарҙа иҫке мөхитте яңынан ҡарау һәм Арт-квадрат кеүек уларға яңы һулыш биргән ҡыҙыҡлы проекттар барлыҡҡа килә. Киләсәк ошондай проекттарға бәйле.
Фото: рәсми сығанаҡтарҙан.
Читайте нас