Бөгөн республикабыҙҙың баш ҡалаһы үҙенең тыуған көнөн билдәләй. Ә өс йылдан иһә ҙур юбилейы – 450 йыллығы көтөлә. Өфөнөң элекке мэры, әле Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев ҡаланың пандемиянан һуң артабанғы үҫешен нисек күрә икән?
– Алыҫ булмаған элеккеһе менән бөгөнгөһөн сағыштырып, тыуған Өфөбөҙҙөң көндән-көн яҡшырғанын билдәләмәй булдыра алмайбыҙ. Өфө үҙе тураһында бар донъяға яңғыратты – беҙ халыҡ-ара кимәлдәге ШОС һәм БРИКС илдәре форумын үткәрҙек. Хәҙер был юғары планканы тоторға кәрәк. Парктар яңырҙы, яңы скверҙар, аллеялар барлыҡҡа килде, был миңә бик оҡшай. “Ҡашҡаҙан” паркын ғына алып ҡарайыҡ, ул төҙөкләндерелеп бөткәс, күп төбәк баш ҡалалары беҙгә көнләшәсәк. Юбилейға ҡарамай беҙҙең кешеләр төҙөкләндерелгән йорттарҙа йәшәгеһе, яҡшы парктарҙа ял иткеһе килә. 2024 йыл тип кенә эшләргә кәрәкмәй, – тине ул.
Павел Качкаев фекеренсә, Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә ҡарата раҫланған план – бик яҡшы, ул бик күп элекке проблемаларҙы хәл итә.
– Планға ҡаланың тышҡы йөҙөн камиллаштырыу, социаль һәм инфраструктура объекттарын төҙөү , ҡала өсөн мөһим бурыстарҙы хәл итеү, ҡала тарихына бәйле проекттарҙы хәл итеү ингән. Уға ярашлы Яр буйы, Ҡурсаҡ театры менән бәйле проблемалар ҙа хәл ителәсәк. Тик минеңсә байрамдың иң мөһим өлөшө – ҡаланы тәртипкә килтереү. Беҙҙә ихаталар буйынса һорауҙар күп, фасадтарҙы тәртипкә килтерер кәрәк. Миллионлы ҡала булараҡ сағыулыҡ өҫтәү бурысы тора. Өфө электән йәшел ҡала булып килде, урамдарҙы киңәйтер өсөн ағастар ҡырҡылмаһын ине. Парковка менән проблеманы хәл итер кәрәк. Ҡала ҡартая, шуға күрә проспекттағы биш ҡатлы йорттарҙы капиталь ремонтлап уларҙың ғүмерен оҙайтырға тейешбеҙ. Мин реновация яҡлы, – тине депутат.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Павел Качкаев ваҡытында Өфөлә сираттағы эштәр башҡарылды:
- “Өфө-Аэропорт” трассаһы төҙөкләндерелде;
- Салауат Юлаев проспекты, “Өфө-арена”, “Аҡбуҙат” ипподромы, “Конгресс-холл” төҙөлдө;
- Өфө ике тапҡыр Рәсәй Хөкүмәте тарафынан илдең иң төҙөк ҡалаһы булып танылды;
- тораҡ йорттар төҙөү буйынса күп тапҡырҙар призлы урындар яуланы.
Павел Качкаев 2003-2011 йылдарҙа Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы булып эшләне, 2011 йылдан алып 2021 йылға тиклем Дәүләт Думаһы депутаты.