12 июнь – Өфө ҡалаһы көнө, Рәсәй көнө. Был көндә, беҙҙең ҡала һәм илебеҙ нисек үҙгәрҙе, улар нимәгә бәйле, йылды күмәкләп нисек үткәрҙек, тип уйланаһың. 2020 йыл бөтәбеҙ өсөн һынау осоро булды, республика халҡы үҙен ысын батыр итеп күрһәтте: медицина хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, ашығыс ярҙам, йәмәғәт транспорты водителдәре, педагогтар, төҙөүселәр, эшҡыуарҙар һәм башҡалар. Ә 2021 йыл пандемияны үткәргән кешеләр эшләүҙе дауам итеп, яңы бейеклектәр яулап, тормошто алға ебәреү өсөн үҙҙәрендә көс тапты. Улар – заман батырҙары, ҡаланың тотороҡлолоғон тәьмин итеп, ауыр ваҡытта бергә эшләп китте, Радий Хәбиров командаһының бер өлөшө булып, үҙ тырышлығы, әүҙем гражданлыҡ позицияһы менән республика етәкселегенә терәк булды.
Бөгөн һеҙгә республиканың илһөйәре, 35 йәштә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты директоры итеп тәғәйенләнгән Илнур Рифат улы Сәлихов тураһында һөйләргә теләйбеҙ.
Ул хеҙмәт юлының төп өлөшөн мәғрифәткә бағышлаған. Был тармаҡтың тәүге баҫҡыстарынан башлап директор вазифаһына тиклем үрләй, беҙҙең мәғарифтың йомшаҡ һәм көслө яҡтарын билдәләй ала. Шуны ла әйтергә кәрәк, Илнур Сәлихов ҡатнашлығында баш ҡаланың иң ҙур дөйөм белем биреү учреждениеларының береһе – 160-сы лицей эксплуатациялауға тапшырыла. Ул етәкселек иткән мәлдә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты “Рәсәйҙең иң яҡшы 200 мәктәбе” исемлегенә инде. Рейтингты REAX федераль агентлығы Андрей Мельниченко фонды ярҙамында төҙөгән. Исемлеккә Өфөнән алты һәм Нефтекаманан бер мәғариф учреждениеһы ингән.
Илнур Сәлихов 1985 йылда Күгәрсен районының Мораҡ ауылында тракторсы һәм башланғыс класс уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған. 2003 йылда мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. 2009 йылда магистратураны тамамлай. Студент йылдарында уҡ билдәле туҡланыу селтәрендә эшләй башлай, рәсми дилерҙа автомобиль һатыусы ла була. Уҡыуҙы тамамлағас, һайлаған һөнәре буйынса хеҙмәт юлын дауам итергә ҡарар итә. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһына социаль педагог булып эшкә урынлаша. Ике айҙан уны директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр, был вазифала 2017 йылға тиклем эшләй. Шул уҡ ваҡытта 2016 йылдан Өфө ҡалаһы Киров районының Колгуев биҫтәһендә төҙөлгән яңы мәктәптең кураторы итеп тәғәйенләнә. Төҙөлөштә, уҡытыусылар командаһын һайлауҙа, балалар туплауҙа һәм уҡыу йортон файҙаланыуға тапшырыуҙа ҡатнаша. 2017 йылдан баш ҡаланың 160-сы лицейы директоры итеп тәғәйенләнә, ә инде 2019 йылдан – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына. 2020 йылда "Сколково" Мәскәү идара итеү мәктәбен тамамлаған.
“Беҙҙең мәғариф алда барһын өсөн педагогтарҙы, социаль хеҙмәткәрҙәрҙе әҙерләү системаһын даими камиллаштырырға, уҡытыусы һөнәренең абруйын үҫтерергә тейешбеҙ. Баланың уҡыуҙағы уңышы педагогтың эше генә түгел, ә уның ғаиләләге имен психологик фонға бәйле икәнен аңлау мөһим”, – тип иҫәпләй Илнур Сәлихов.
Йәш директор уңыш нигеҙе тураһында шундай фекерҙә: “Мәктәп һәм студент йылдарынан уҡ үҙидаралыҡта, ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашырға кәрәк, быны мин “киләсәккә инвестиция” тип иҫәпләйем, сөнки ошо мәлдә төрлө кимәлдәге етәкселәр менән танышаһың, “ҡабул итеү бүлмәһе” аша түгел, ә бер майҙанда”.
Ул төбәктән китергә йыйынмай. "Мин - республиканың илһөйәре, Рәсәйҙең күп ҡалаларын күрҙем, Өфө һәм республика йәшәү өсөн уңайлылығы, урамдарҙың таҙалығы буйынса Рәсәйҙә алдынғы рәттәрҙә, - ти директор. - Тыуған төбәгеңде үҫтереү, уның яйлап илдә алдынғылар рәтенә инеүен, был уңышта, үҫештә үҙеңдең дә өлөшөң булыуын аңлап ҡыуаныу һәр саҡ яҡшы уйҙар тыуҙыра. Беҙҙең төбәктең ҡеүәте көслө, алдынғылар рәтендә булыу мөмкинлеге ҙур”.
Илнур Рифат улы киләсәктә лә тыуған республикаһына хеҙмәт итеүҙе дауам итәсәк.
“Тормошом Башҡортостан һәм уның баш ҡалаһы менән бәйле. Миңә бәләкәй тыуған илем бик ҡәҙерле. Кешегә үҙен камиллаштырырға, үҫергә, ғаилә уңайлылыҡта йәшәһен өсөн бөтә мөмкинлектәр бар, тип иҫәпләйем. Әлбиттә, һәммәһе лә яҡшы булмай, хәл итәһе мәсьәләләр һәр ваҡыт етерлек, әммә уға исем өсөн түгел, ә лайыҡты яуап биреү – был Радий Хәбировтың командаһын берләштереп торған һыҙаттарҙың береһе. Һуңғы ваҡытта “Хәбиров командаһы кемдәр ул?” тигән һорауҙы йыш ишетергә тура килә. Тәү сиратта улар – маҡсатлы, ситтә ҡалмаған һәм яҙмышы республика менән бәйле граждандарға ауыр минутта ярҙамға килергә әҙер кешеләр”, – ти Илнур Рифат улы.