Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Июнь 2021, 07:30

Алан Марзаев йәнә министр вазифаһын башҡара

Хөкүмәттәге кадр үҙгәрештәре тураһында Радий Хәбиров белдерҙе.

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кадр үҙгәрештәрен иғлан итеүҙән башланы.
Беренсеһе, республикала юл хужалығы һәм транспорт министры тәғәйенләнде. Был вазифаны Александр Булушев башҡарасаҡ.
Икенсе тәғәйенләү Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ҡағыла. Элекке Юл хужалығы һәм транспорт министры Алан Марзаев Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының беренсе урынбаҫары булып тәғәйенләнде. Шул уҡ ваҡытта ул ваҡытлыса министр вазифаһын башҡарасаҡ.
Быға тиклем министрҙың беренсе урынбаҫары булған Ирина Голованова министр урынбаҫары булып ҡаласаҡ.
– Беҙ команданың эшен нығытырға ҡарар иттек. Бөтә нәмә тураһында һөйләштек, көйлө эшләгән команда булдырылды. Ирина Александровна, ярҙам итегеҙ һәм алға бергә барығыҙ. Министрлыҡтың эштәре бик күп, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы бойороғо менән Камил Рамазанов республиканың Фәндәр академияһы президенты вазифаһын башҡарыусы булып тәғәйенләнде.
Читайте нас