Башҡортостан ЮХДДИ идаралығының баш инспекторы, полиция полковнигы Динар Ғилметдинов “Башҡортостан” ДТРК-ла журналистар менән осрашыуҙа бөгөндән хаҡлы ялға китеүе тураһында белдерҙе.
“Бөгөн мин хеҙмәт кенәгәмде алдым, унда ике яҙыу: 1991 йылда эшкә алыу, ә бөгөнгө көндән эштән запасҡа китеү”, – тип хәбәр итте ул.
Динар Заһит улы һүҙҙәренсә, ведомство коллективы менән хушлашҡанда үҙенең хеҙмәттәштәренә: “ЮХДДИны һаҡлағыҙ!”, – тигән наказ ҡалдырған.
Журналистар уның бөгөнгө кисерештәре менән уртаҡлашыуын һораны, ни тиһәң дә ул 30 йыл бер ведомствола эшләгән, шул иҫәптән 16 йыл республика ЮХХДИ идаралығына етәкселек иткән.
“Миңә ауыр, һүҙ таба алманым. Күңелһеҙ. Был минең иң яратҡан эшем ине, бала саҡтан ЮХХДИ хеҙмәткәре булырға хыялландым. Әле йөрәгем болоҡһоп тора. Хеҙмәт итеүҙе, эшемде яратам”, – тип хис-тойғолары менән уртаҡлашты ул.
Динар Ғилметдинов хеҙмәт юлын 1991 йылда Өфө ҡала башҡарма комитетының эске эштәр идаралығы дәүләт автоинспекцияһының юл-патруль хеҙмәтенең айырым батальонында юл-патруль инспекторы булып башлаған. 2005 йылдың мартында Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХДДИ идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы исемен йөрөтә, ведомство наградалары ла бихисап.
Ул киләсәктә лә социаль селтәр аша асыҡ аралашыуын дауам итәсәген дә белдерҙе.
Динар Ғилметдинов хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙен Дәүләт Думаһы депутаты һайлауында һынап ҡарамаҡсы. Динар Заһит улы быйыл марттан отпускыла булған. Шул ваҡытта ул “Берҙәм Рәсәй” партия ойошторған алдан тауыш биреүҙә Стәрлетамаҡ округы буйынса ҡатнашып, праймеризда еңеүгә өлгәшкән.
Әле республика ЮХХДИ идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу полиция полковнигы Владимир Александрович Севастьяновҡа йөкмәтелгән.