Самокат менән файҙаланыусыларҙың да, ҡуртымға биреүселәрҙең дә һаны йылдам арта. Был иһә икенсе мәсьәләне тыуҙыра, йәғни уларға бәйле йәйәүлеләр зыян күргән авариялар һаны арта. Был проблеманы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етди күҙәтеүгә алды. Ошоға бәйле бөгөн “Граждандарҙың шәхси мобиль сараларҙы файҙаланыуға бәйле килеп тыуған мөнәсәбәттәрҙе көйләү” темаһына кәңәшмә үтте.
Электр транспортын көйләү мәсьәләләрен ҡарауҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, республика парламентындағы “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты рәйесе Николай Хорошилов, республика ЮХХДИ идаралығындағы пропагандалау төркөмөнөң мөһим бурыстар буйынса баш инспекторы Линар Зиннуров һәм онлайн режимда 21 район хакимиәтенән вәкилдәр ҡатнашты.
Рөстәм Ишмөхәмәтов белдереүенсә, самокаттар мәсьәләһе Өфө генә түгел, ә республиканың башҡа ҡалалары өсөн дә көнүҙәк. Электр самокаттар ҡатнашлығында авариялар ҙа арта бара.
“Беҙ бөгөн ундай хәлдәргә юл ҡуймау өсөн ошо мәсьәләне ҡарарға йыйылдыҡ. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереү Дәүләт Думаһы вәкәләттәренә ҡарай, шуға ла беҙ уға үҙгәрештәр индерә алмайбыҙ. Мәсьәләне хәл итеү маҡсатында ике тапҡыр комитет ултырышы ойошторҙоҡ. Әле Өфөлә 1300 самаһы электр самокаты йөрөй. Был хеҙмәтте тәҡдим итеүселәр беҙҙе ишетте: улар самокаттарҙың тиҙлеген кәметте, йөрөү урындары ла сикләнде. Өфө ҡалаһына был ойоштороусылар менән килешеүҙәр төҙөргә кәңәш иттек. Бөгөн “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы самокаттарҙы файҙаланыуға ҡағылышлы закон проекты әҙерләне”, – тине Рөстәм Ишмәхәмәтов.
Николай Хорошилов электр самокаттарының тиҙлек режимына, файҙаланыу урынына һәм ҡулланыусының йәшенә сикләү индерергә тәҡдим итте. Ул был мәсьәләләрҙе ойоштороусылар менән килешеп башҡарырға саҡырҙы. Шулай уҡ электр самокаттарын файҙаланыу өсөн инфраструктура булдырыу мөһимлеген дә билдәләне һәм был мәсьәләне “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы, “”Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты аша хәл итеү мөмкинлеге тураһында әйтте.
Линар Зиннуров белдереүенсә, йыл башынан республика юлдарында электр самокаттар менән автомобилдәр ҡатнашлығында 11 авария теркәлгән, уларҙа дүрт бала зыян күргән.
“Был йүнәлештә эш дауам итә. Йәштәр киске сәғәт 10-дан һуң күпләп йөрөргә сыға. Улар үҙҙәренә иғтибар йәлеп итеү өсөн шәп йөрөй, төрлө көтөлмәгән хәрәкәттәргә юл ҡуя”, – тине Линар Зиннуров.
“Бөгөн йәмғиәтебеҙҙәге прогресҡа бәйле өс мәсьәлә тыуа: авариялар хәүефе, йәйәүлеләр мәсьәләһе, быуындар бәхәсе”, – тине Рәстәм Әхмәҙинуров. Ул Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында индерелгән сикләүҙәр миҫалынан сығып, беҙҙә лә ошо йүнәлештә етди саралар күреү өҫтөндә эшләйәсәктәрен билдәләне.