Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһы депутаттарының башҡарылған эштәре тураһында отчеттар айлығы дауам итә. Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров Нефтекама халҡы алдында отчет тотто, сөнки ул Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа тап ошо округтан һайланған.
“Һуңғы йылдарҙа Нефтекама күҙ алдында үҙгәрҙе һәм бында партияның, республиканың һәм урындағы властарҙың да өлөшө ҙур. Нефтекамала ете йыл балалар баҡсалары төҙөлмәне. Һәм бына 24-се биҫтәлә яңы балалар баҡсаһы асылды. Күрше участкала 1125 урынлыҡ мәктәп төҙөлә. Киләсәктә ул берҙәм белем биреү үҙәге буласаҡ.
Әүҙем рәүештә торлаҡ та төҙөлә. Былтыр 91,613 квадрат метр торлаҡ төҙөлдө. Тағы бер “Интегралов” йортон тапшырҙыҡ, 203 алданған өлөшсө үҙ фатирҙары асҡысын алды. Был ай аҙағында тороп ҡалғаны төҙөлөп бөтәсәк”, – тине ул.
Рөстәм Әхмәҙинуров күп фатирлы йорттар ихаталарының уңайлыраҡ була барыуы тураһында ла һөйләне. “Башҡортостан ихталары” программаһы сиктәрендә 17 биләмәне яңыртҡандар.
“Нефтекама – һис шикһеҙ, спорт ҡалаһы. “Торпедо” стадионы эшләй башланы, унда заманса еңел атлетика манежы, көрәш залы, сайкл-студия бар. Төҙөкләндереүҙең тәүге сираты тамамланды, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә футбол майҙансығы өсөн нигеҙ әҙерләнеләр. Хәҙер көнбайыш трибунаны капиталь ремонтларға кәрәк. Былтыр мәктәп биләмәһендә физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөй башланыҡ. Күп эш ҡалманы, оҙаҡламай йәш нефтекамалар асыҡ һауа аҫтында шөғөлләнә башлай аласаҡ”, – тип дауам итә ул.
Үҙгәрештәр ҡаланың юл инфраструктураһына ла ҡағылған. 2020 йылда 12,4 километр тротуар ремонтланған һәм төҙөлгән, ә 2019 йылда был күрһәткес туғыҙ километр булһа, 2018 йылда ни бары бер генә километр.
“Яҡты күле үҙгәрҙе, “Һаулыҡ һуҡмағы” матурланды. Бында һәр йәштәге һәм шөғөллө кешеләрҙең мәнфәғәттәре иҫәптә тотолған. 5,7 километр оҙонлоғонда велосипед юлы, велоурналар, велотуҡталҡалар һәм яҡтыртҡыстар, спорт тренажерҙары, балалар майҙансыҡтары һәм башҡалар бар. Яңы аллеялар барлыҡҡа килде. Нефтекама йәшел ҡала статусын алыу өсөн көрәшә аласаҡ. Сөнки былтыр бик күп ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртылды, экологик өмәләр үткәрелде”, – ти Рөстәм Әхмәҙинуров.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ла ҙур иғтибар бүлә. Әүҙемселәр ҡаланың 31 ветеранына ярҙам күрһәткән.
Башҡарма комитет етәксеһе ауыр, 2020 пандемиялы йыл тураһында ла һөйләне. Был саҡта партия ағзалары берләште һәм халыҡҡа әүҙем ярҙам итә башланы. “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәге ойошторолдо, Нефтекамала ирекмәндәр штабы эшләй башланы. Пандемияның тәүге яртыһынла 5000 ғариза, икенсеһендә 1568 ғариза үтәлгән.
“2024 йылға төп бурыстар - ҡалаға тиклем тимер юлы тармағын еткереү һәм аэропорт төҙөү. Улар ҡаланың эшлекле әүҙемлеген күтәрәсәк, яңы белем биреү һәм спорт объекттары төҙөүҙө дауам итеү мөмкинлеге бирәсәк, яңы эш урындары булдырасаҡ. Һаулыҡ һаҡлау тармағын контролгә алырға, дауаханаларҙың матди-техник базаһын нығытырға кәрәк, – ти ул. – Мин Нефтекаманы яратам һәм уның кешеләрен яраттым. Әлеге үҫеш һәм ярҙам тиҙлеген дауам итеү өсөн барыһын да эшләргә тырышасаҡмын”.