Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Июнь 2021, 14:15

"Берҙәм Рәсәй"ҙең съезы бара

Унда Башҡортостандан республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация ҡатнаша. Сарала ниҙәр билдәле буласаҡ?

Бөгөн Мәскәүҙә “Берҙәм Рәсәй”ҙең һайлау алды съезы уҙа. Партия исеменән Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнашасаҡ кандидаттарҙың исемлеге һәм һайлау алды программаһы билдәле буласаҡ.
Съезда төбәгебеҙҙән республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация ҡатнаша. Составында Шишмә, Ҡыйғы, Яңауыл райондарынан, Өфө, Сибай ҡалаларынан вәкилдәр бар. Улар – медицина, киң мәғлүмәт саралары, бәләкәй эшҡыуарлыҡ, закон сығарыу органдары вәкилдәре.
Партияның матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, хәүефһеҙлекте күҙәтеү маҡсатында йәшерен тауыш биреү айырым бинала уҙасаҡ. Кешеләр ағымы бүленәсәк, арауыҡ та тәртип буйынса һаҡлана. Зонала барлыҡ ҡатнашыусылар ҡулдарын эшкәртергә тейеш, шулай уҡ башҡа талаптар ҙа урынына еткерелеп үтәлә. Бынан тыш, барлыҡ делегаттарҙың коронавирус менән сирләмәүен раҫлаған справкалары булырға тейеш. Съезда “COVID-19”ға экспресс-тест пункты эшләй.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһы сайты, "Бәйләнештә".
Читайте нас