Өфөнөң Совет район суды 32 йәшлек ҡатынға ҡарата “уғрылыҡ”, “алдау” һәм “административ күҙәтеүҙән ҡасыу” кеүек статьялар буйынса асылған енәйәт эшенә бәйле хөкөм сығарҙы.
Республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2018-2020 йылдарҙа ул “риэлтормын” тип танышып, банкта залогта булған һәм арест һалынған күсемһеҙ милекте арзан хаҡҡа һатып йөрөгән, клиенттарына һатыуға ҡуйылмаған сит кешеләрҙең фатирҙарын, йорттарын күрһәткән. Был әҙәмдең ошондай ғәмәлдәренән 12 кеше 12 миллион һумдан ашыу зыян күргән.
Бынан тыш, ул автомобиль һатып алыуҙа ярҙамлашам тип һәм заем рәүешендә тағы ла биш кешенең 1,7 миллион һум аҡсаһын үҙләштергән. Ҡатын шулай уҡ интернетта ир-егеттәр менән танышып, уларҙың 35 меңдән ашыу аҡсаһын һәм мөлкәтен урлауҙа ла ғәйепләнә.
Мутлыҡ ҡылған өсөн элегерәк тә хөкөм ителгән енәйәтсе суд тарафынан билдәләнгән сикләүҙәрҙе үтәмәгән. Әле ул ғәйебен өлөшләтә таныған. Суд уны 12 йылға иркенән мәхрүм иткән.
Сығанаҡ: bashinform.ru/news