Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Июнь 2021, 05:40

Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы юҡҡа сығарылды

Хәҙер был эштәрҙе ниндәй ведомство алып барыр?

Был аҙнала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мөһим яңылыҡ менән башланы. Бөгөндән алып республикала Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы юҡҡа сығарыла. Был туралағы указға Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйған.
Хәҙер был йүнәлештәр менән ике ведомство шөғөлләнә башлаясаҡ. Республикала Спорт министрлығы барлыҡҡа килә. Был структура физик культура һәм спорт тармағы өсөн яуап бирәсәк. Министр булып ошоға тиклем дә был вазифаны башҡарған Руслан Хәбибов тәғәйенләнде.
Икенсеһе, республикала Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты барлыҡҡа килә. Бында иһә эш тап йәштәргә йүнәлтеләсәк. Ведомство етәксеһе булып, элекке спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры урынбаҫары Яна Гайдук тәғәйенләнде.
Фото: prav-news.ru
Читайте нас