Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Июнь 2021, 17:35

“Беҙ ғәҙел, асыҡтан-асыҡ һәм легитим һайлау яҡлыбыҙ “

Ултырышта Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү советы ултырышында Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға әҙерлек, шулай уҡ һайлау тураһындағы республика ҡануниәтен камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелде.
– Ике айҙан тиерлек беҙҙе мөһим ваҡиға – Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау көтә. Һәм Кеше хоҡуҡтары советының позицияһы беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Һеҙҙе һайлау кампанияһына мониторинг яһауҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам, сөнки беҙ ғәҙел, асыҡтан-асыҡ һәм легитим һайлау яҡлыбыҙ. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин алдыбыҙға тап ошондай бурыс ҡуйҙы, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү советы рәйесе Владимир Барабаш әйтеүенсә, былтыр июндә Совет ағзалары Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреүен ойоштороуға мониторинг өсөн ваҡытлыса эш төркөмө төҙөгәйне. Ул төбәктәге һайлау участкаларында ла әүҙем эшләне.
– Былтыр йәй кеүек үк әле лә беҙҙе өс көнлөк тауыш биреү көтә. Практика күрһәтеүенсә, ҡалала күҙәтеүҙе тәьмин итеп, һайлауҙың легитимлығын раҫлап булһа, төпкөл ауылдарҙа тауыш биреүгә бәйле һорауҙар күп тыуа, – тине ул.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко билдәләүенсә, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы киләһе һайлауҙа ихтыяр белдереүҙең бер генә өҫтәмә алымын күҙ уңында тота. Ул – һайлау комиссияларына барыу ауырлыҡ тыуҙырған төпкөл билмәләрҙә тауыш биреү.
– Беҙ бындай форматты файҙаланмауыбыҙ ҙа ихтимал. Төпкөл биләмәләрҙә тауыштар күп булмай, ләкин һайлауҙы ойоштороу йәмәғәтселәрҙә кәрәкмәгән шик-шөбһә тыуҙырасаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ көҙ һайлау участкаларында видеокүҙәтеү камералары һәм һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ҡуйыу тураһында белдерҙе.
– Уларҙың һанын һәм аныҡ урынын ресурстарыбыҙҙы күҙаллағас билдәләрбеҙ, – тине ул һәм республика Үҙәк һайлау комиссияһына тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Ултырышта ҡатнашыусылар шулай уҡ норматив-хоҡуҡ базаһын камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143000.html
Сығанаҡ: glavarb.ru
Читайте нас