Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Июнь 2021, 13:00

Рафаэль Мәрҙәншин: Ҡануниәттәге үҙгәрештәр алданған өлөшсөләрҙе яҡлаясаҡ

Дәүләт Думаһы өлөшсөлөр хоҡуҡтары фондына оҙаҡ төҙөлгән йорттарҙы эскроу-иҫәптәрһеҙ ҙә төҙөргә рөхсәт итте. Был күп фатирлы йорттарҙы төҙөүҙе тиҙләтер тип күҙаллана.

“Беҙ кешеләргә (алданған өлөшсөләргә) бөтә йорттарҙы ла төҙөп бөтәсәкбеҙ йәки аҡсалата компенсация түләйәсәкбеҙ тип вәғәҙә иттек. Башҡа варианттар юҡ. Иң мөһиме, яңы алданған өлөшсөләр булыуға юл ҡуймаҫҡа, быны ла иғтибар менән күҙәтәбеҙ”, – тип яҙғайны постарының береһендә Радий Хәбиров.
Ә был ваҡытта, Дәүләт Думаһы өлөшсөлөр хоҡуҡтары фондына оҙаҡ төҙөлгән йорттарҙы эскроу-иҫәптәрһеҙ ҙә төҙөргә рөхсәт итте. Был туралағы закон проекты өсөнө уҡыуҙы үтте. Был күп фатирлы йорттарҙы төҙөүҙе тиҙләтер тип күҙаллана.
“Берҙәм Рәсәй” партияһынан Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин аңлатыуынса, Фондҡа техник заказсы функциялары бирелә, улар коммерция һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар булдыра, төҙөлөштө финанслауға иркен аҡсаларҙың бер өлөшөн йүнәлтә аласаҡ. Шулай уҡ Фонд өсөн ҡуртым ябайлаштырыла йәки күп фатирлы йорттар төҙөү өсөн ер менән бушлай файҙаланыу мөмкин буласаҡ.
“Торлаҡ төҙөлөшөнөң берҙәм мәғлүмәт системаһында төбәктәрҙең, конкурслы идарасыларҙың шәхси кабинеттары булдырыласаҡ һәм платформала урынлаштырырға кәрәк мәғлүмәт исемлеге киңәйтеләсәк. Төбәктәрҙә граждандарҙың эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн һатып алынған күп фатирлы йорттарҙың беренсе ҡаттарындағы тораҡ булмаған биналар тураһында мәсьәләне хәл итеү хоҡуғы барлыҡҡа киләсәк. Һәр объектты ентекләп ҡарарға мөмкин буласаҡ, шулай уҡ әлеге ваҡытта оҙаҡ төҙөлгән йорттарҙы проблемалы объекттарҙың берҙәм реестрынан төшөрөү өсөн нигеҙҙәр асыҡлана”, – тине Рафаэль Мәрҙәншин.
Шулай итеп, Фонд төбәктәрҙең алданған өлөшсөләр алдында алған бурыстарын тураға үтәү өсөн контроль аласаҡ.
Читайте нас