Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 35-се пленар ултырышында республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Депутаттар Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр тураһында закон проектын ҡабул итте.
Республиканың Төп законына граждандарҙың социаль яҡлауҙы көсәйтеүгә, Башҡортостан халыҡтарының мәҙәни төрлөлөгөн һәм милли мираҫын һаҡлауға ҡағылған принципиаль положениелар индерелә. Закон проектын тикшергән саҡта комиссияға 170 тәҡдим индерелгән.
Документ менән Башҡортостан Башлығы Аппараты етәксеһе Александр Сидякин таныштырҙы.
– Былтыр Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле тауыш биреү мөһим сәйәси ваҡиға булды. Башҡортостан халҡының күпселеге был үҙгәрештәрҙе хупланы. Илдең Төп законына индерелгән төҙәтмәләргә ярашлы, ғәмәлдәге Башҡортостан Конституцияһын камиллаштырыу буйынса эш башланды. Башҡортостан Башлығы указына ярашлы Башҡортостан Конституцияһына һәм республика ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү тураһындағы тәҡдимдәрҙе әҙерләү буйынса махсус комиссия төҙөлдө. Комиссия ағзалары 170-ән ашыу тәҡдимде йыйҙы, шул иҫәптән халыҡтан һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Республика профсоюздары федерацияһы, Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса төбәк советы кеүек йәмәғәт ойошмаларынан, – тине Александр Сидякин.
Уның һүҙҙәренсә, бөтә төҙәтмәләрҙе ике блокка бүлергә мөмкин. Беренсеһе ил Конституцияһы төҙәтмәләре менән айырылғыһыҙ бәйле. Икенсе блок – Комиссия тәҡдим итҡән хоҡуҡи нормалар.
Быйыл февралдә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт һәм республикала йәшәгән башҡа халыҡтарҙың милли мираҫын һаҡлау һәм яҡлау, дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен өйрәнеүҙе тәьмин итеү, милли мираҫ объекттарын һәм традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау йәһәтенән үҙенең тәҡдимдәрен ебәргән.
Уларҙың бөтәһе лә Башҡортостан Конституцияһына индерелгән төҙәтмәләрҙә сағылыш тапҡан. Яңы редакцияға ярашлы, Рәсәй Федерацияһы буйынса минималь эш хаҡынан кәм булмаған эш хаҡы түләү, социаль адреслы ярҙам, социаль пособиеларҙы индексациялау гарантиялана. Ғаилә ҡиммәттәренә, шул иҫәптән бәлиғ булған балаларҙың эшкә яраҡһыҙ ата-әсәһен хәстәрләү бурысына айырыуса иғтибар бүленә. Республика ата-бабалар хәтерен һаҡлай, быуындар күсәгилешлеген һәм килешеүсәнлеген хуплай. Башҡортостандағы бөтә халыҡтарҙың һәм этник берлектәрҙең мәҙәни төрлөлөгө яҡланасаҡ, этномәҙәни һәм телдәр төрлөлөгөн һаҡлау гарантиялана. Документта Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре һәм халыҡтар телдәрен өйрәнеү яҡлана.
Республика үҙенсәлекле тәбиғи объекттарҙы – “Шүлгәнташ” ҡурсаулығын, “Асылыкүл”, “Ҡандракүл”, “Мораҙым тарлауығы”, “Ирәмәл” тәбиғи паркттарын, Ҡуштау, Торатау, Йөрәктау тауҙарын һәм Башҡортостандың милли мираҫы реестрына индерелгән башҡа тәбиғи объекттарҙы яҡлауҙы үҙенә ала.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.