Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Июнь 2021, 15:00

Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилде раҫланылар

“Граждандарҙы көн һайын ҡабул итеүҙе үҙәк аппаратта ғына түгел, ә башҡа ҡалаларҙа ла ойоштороуҙы бурыс итеп ҡуясаҡмын..."

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары бөгөн уҙған пленар ултырышта Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына Михаил Закомалдиндың кандидатураһын раҫланы.
Михаил Закомалдин депутаттар алдында сығыш яһағанда эшендә республика халҡының ялыуҙарын ҡарауға йүнәлтеләсәген билдәләне.
“Граждандарҙы көн һайын ҡабул итеүҙе үҙәк аппаратта ғына түгел, ә башҡа ҡалаларҙа ла ойоштороуҙы бурыс итеп ҡуясаҡмын. Эштәге тағы ла бер етди йүнәлеш – халыҡты хоҡуҡи мәғлүмәт менән тәьмин итеү”, – тине Михаил Закомалдин.
Михаил Закомалдин менән республика халҡы таныш, сөнки ул 2011 йылдан - Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, 2016 - 2021 йылдарҙа республика буйынса баш федераль инспектор булып эшләне. Рәсәй Федерацияһында тәүгеләрҙән булып Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында кеше хоҡуҡтарын һәм иркен, уның хоҡуҡтарын дәүләт яҡлауы менән тәьмин итеү маҡсатында ошо вазифа булдырыла.
1996 йылда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан “Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында”ғы закон ҡабул ителә, ул яңы дәүләт хоҡуҡ яҡлау институты барлыҡҡа килеүенә нигеҙ була.
Был вазифала эшләгәндәрҙең барыһы ла тәртип һаҡлау органдарында хеҙмәт юлы үткән: Сыңғыҙ Ғәзизов – Башҡортостан прокурорының беренсе урынбаҫары, Фәтхлислам Тоҡомбәтов – Башҡортостан буйынса эске эштәр министры урынбаҫары, Рим Ҡәйүмов Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығы начальнигы була.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас