Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында “2021 йылдың 19 сентябрендә Берҙәм тауыш биреү көнө: төп һайлау кампаниялары, уларҙың үҙенсәлектәре” темаһына матбуғат конференцияһы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко, уның урынбаҫары Марат Ғәҙелов, Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова ҡатнашты.
Илона Макаренко белдереүенсә, быйыл 19 сентябрҙәге Берҙәм тауыш биреү көнөндә күп кимәлле һайлау үтәсәк: VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһына, VI саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 29-сы Талбазы округына, 55-се Буй бер мандатлы округына һәм 43-се Красный Холм бер мандатлы округына, Өфө ҡала округы Советына, ике ҡала биләмәһенә, бер ауыл биләмәһенә, 168 муниципаль берәмектәрҙә өҫтәмә депутат һайлауҙары уҙасаҡ.
“Һайлау кампаниялары күп, әммә Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау төп иғтибар үҙәгендә буласаҡ”, – тип белдерҙе Илона Макаренко.
2021 йылдың 1 ғинуарына ҡарата республикала 3129855 һайлаусы булған, шул иҫәптән Өфөлә – 792128 кеше.
Республикала бөтәһе 3364 һайлау участкаһы бар, уның 40-ы ваҡытлыса һайлау урындарында. Һайлау кампанияһын ойошторған комиссияларҙа бөтәһе 29121 кеше эшләйәсәк, шул иҫәптән территориаль һайлау комиссияларында – 669, участка һайлау комиссияларында – 28440. 1384 бинаны видеокүҙәтеү саралары менән тәьмин итергә йыйыналар, шул иҫәптән 69 территориаль һайлау комиссияһы 100 процент күҙәтеү аҫтында буласаҡ, ә участка һайлау комиссияһының 1315-е, йәғни 39 проценты. Һайлау участкаларында 230 "КОИБ-2010" ҡуйыу планлаштырыла.
Коронавирустан һаҡланыу сараларын күҙәтеү, халыҡтың күпләп йыйылыуына юл ҡуймау маҡсатында һайлау өс көн барасаҡ. Һайлау участкаларында барлыҡ һаҡланыу саралары күҙәтеләсәк. Шулай уҡ комиссия ағзаларына коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтеү мөһимлеге тураһында ла аңлатыу эше алып барыла, тип белдерҙе Илона Макаренко.