Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Июнь 2021, 19:30

Өфөлә хоҡуҡ, һанлаштырыу мәсьәләләре ҡаралды

“Хоҡуҡты һанлаштырыу. Үҫештең яңы стратегияһы” Бөтә Рәсәй юридик форумының пленар ултырышында Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге бинаһында республика Башлығы Радий Хәбиров “Хоҡуҡты һанлаштырыу. Үҫештең яңы стратегияһы” Бөтә Рәсәй юридик форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Сара Өфөлә алтынсы тапҡыр үтә.
Ултырыш башланыр алдынан Республика менән идара итеү үҙәгенең социаль коммуникациялар блогы эше менән таныштылар. Социаль бүлек блогы “Инцидент менеджмент” системаһы һәм кире бәйләнеш платформаһы аша килгән халыҡ мөрәжәғәттәре менән шөғөлләнә. Социаль коммуникациялар бүлеге 11 тармаҡҡа бүленгән – мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш һәм архитектура, транспорт һәм юл хужалығы, ауыл хужалығы һәм башҡалар.
Республика менән идара итеү үҙәген башҡа төбәк менән идара итеү үҙәктәренән айырған тағы ла бер йүнәлеш – иҡтисади аналитика блогы. Был халыҡтың күңел торошонан тыш республикалағы иҡтисади хәлде күҙәтеү мөмкинлеген тыуҙыра. Мәҫәлән, юлдарҙы төҙөү һәм ремонтлау, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу һәм башҡалар. Бының өсөн республика менән идара итеү үҙәгендә мәғлүмәт системалары интеграцияланған, уларҙың күпселеге Башҡортостандың Дәүләт иадаралығының һанлы үҫеше министрлығының белгестәре әҙерләгән. Был системаларҙың мәғлүмәттәре 47 дашбордта күрһәтелгән, киләсәктә улар тағы ла артасаҡ.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре республика ҡунаҡтарына Республика менән идара итеү үҙәгенең өлөшө булып торған хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өлкәһендә автоматлаштырылған системаны күрһәтте. Был гидромониторинг, система–112, видеокүҙәтеү һәм башҡалар.
– Беҙ Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәген тиҙ төҙөнөк, уның беҙҙең эштә кәрәклеген баһалап бөткөһөҙ. Республика менән идара итеү үҙәге элементтары төрлө структураларға һәм министрлыҡтарға таратылған ине. Хәҙер беҙҙә бөтәһе лә бер урынға йыйылған. Был коронавирус инфекцияһы менән көрәшергә һиҙерлек ярҙам итә, сөнки бында Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге урынлашҡан. Республика инвестициялар өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәште – беҙ Инвестиция климаты хәленең милли рейтингында алдынғы бишәү иҫәбенә индек. Һанлаштырыу ярҙамында эшҡыуарҙар тормошон ябайлаштырҙыҡ, күп процедураларҙы тиҙләттек, административ кәртәләрҙе ябайлаштырҙыҡ, инвестоҙарҙың власть менән тура бәйләнеше өсөн мөмкинлекте киңәйттек. Былар барыһы ла тәбиғи рәүештә иҡтисади үҫештә сағылды, – тине Радий Хәбиров.
– Мәғлүмәт технологиялары беҙҙең көндәлек тормошто тиҙ үҙгәртә. Коронавирусҡа ҡаршы тороу беҙ йәшәгән ысынбарлыҡты үҙгәртте. Башҡортостан тулыһынса һанлаштырыу буйынса федераль көн тәртибенә йәлеп ителгән. Шул уҡ ваҡытта алдынғы төбәктәр миҫалында беҙ үҙебеҙҙең уңайлы ҡала мөхите булдырыу, мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы, ер һәм милек мөнәсәбәттәре, урман хужалығы үҫеше тармаҡтарында электрон хөкүмәт стратегияһын үҫтерәбеҙ, – тине Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров.
Андрей Назаров һүҙҙәренсә, република муниципалитеттарында яңыраҡ уҙғарылған социаль һорау алыу һанлаштырыуға халыҡтың ыңғай ҡарауын күрһәткән.
– Һорау алған халыҡтың 59 проценты был үҙгәрешкә ыңғай ҡарай, тағы ла 31 процент уны мөһим тип иҫәпләй. Башҡортостан халҡының күберәк дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе, һаулыҡ һаҡлауҙы һәм мәғарифты һанлаштырыу ҡыҙыҡһындыра, – ти Премьер-министр.
Рәсәй юристары ассоциацияһы идаралығы рәйесе Владимир Груздев йәмғиәттә хоҡуҡи мәҙәниәттең үҫешенә иғтибар иткән.
– Хоҡуҡ өлкәһендә һанлы технологияларға һорау артыу менән бергә халыҡ ниндәйҙер килешеү төҙөр, нотариусҡа барыр алдынан юридик консультацияға йышыраҡ мөрәжәғәт итә башланы. Бында беренсе урынға юрист йәки адвокат менән шәхсән аралашыу сыға. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге электрон хеҙмәтләндереүе менән бөтә илдә таратыуға лайыҡлы, – тине Владимир Груздев.
Рәсәй Дәүләт экспертизаһы начальнигы Игорь Манылов форумға саҡырыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе, Башҡортостан һәм үҙҙәренең учреждение араһында төҙөлгән хеҙмәттәшлек килешеүе тураһында һөйләп үтте.
Пленар ултырышта ҡатнашыусылар тормоштағы төрлө өлкәләрҙәге һәм иҡтисадта юридик эшмәкәрлектең һанлы трансформацияһы мәсьәләләрен һәм төбәк ҡануниәтен һанлаштырыу киләсәге, киберенәйәткә ҡаршы көрәш мәсьәләләрен тикшерҙе. Форум сиктәрендә хоҡуҡты һанлаштырыу өлкәһендәге проекттарҙың презентацияһы үтте. Улар араһында – Башҡортостандың бушлай юридик ярҙамы интерактив таҡтаһы, бушлай юридик ярҙам республика онлайн-үҙәге, “Просто Право”, “Һинең смартфондағы яһалма интеллект нигеҙендә бушлай юридик консультация”.
Пленар ултырышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт комитеты рәйесе Павел Крашенинниковҡа илдең һәм республиканың үҫешенә индергән өлөшө өсөн Григорий Аксаков орденын тапшырҙы.
Олег Яровиков фотоһы.
Читайте нас