Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Июнь 2021, 13:45

13-сө рейтинг нимә күрһәткән?

Зариф Байғусҡаров тәүге тиҫтәлә (8-се урын). Яңынан һайланыу коэффициенты буйынса ул мөмкин булған ун балдың бишеһен йыйған.

13-сө интеграль рейтинг һөҙөмтәһе VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы эшмәкәрлеген һүрәтләй. Унда 438 депутаттың хеҙмәте баһаланған.
Рейтинг һөҙөмтәһе буйынса Зариф Байғусҡаров бөтә депутаттар араһында 80-се урынды алған. Был - Башҡортостан депутаттары араһындағы иң яҡшы һөҙөмтә. Унан өс баҫҡысҡа түбәндәрәк Рафаэль Мәрҙәншин килә. “Әүҙемлек индексы” күрһәткесе буйынса Зариф Байғусҡаров тәүге тиҫтәлә (8-се урын), Рафаэль Мәрҙәншин - 23-сө.
Яңынан һайланыу коэффициенты буйынса Зариф Байғусҡаров мөмкин булған ун балдың бишеһен йыйған. Эксперттар күҙаллауынса, ул уртаса яңынан һайланыу ихтималлығына эйә. Тикшереүҙә 800-ҙән ашыу федераль һәм төбәк эксперттары ҡатнашҡан.
“Бындай күрһәткестәр миңә артабан алға барырға, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү өҫтөндә эшләргә дәрт бирә, - ти Зариф Байғусҡаров. - Ошо айҙа ғына хеҙмәттәштәрем граждандарҙың хәүефһеҙлеге һәм пенсионерҙарҙы социаль яҡлау буйынса закон проекттарына төҙәтмәләр индереүҙе хупланы”.
Парламентарий вәкәләттәрен үтәү барышында 35 закон проектының авторы һәм авторҙашы булып сығыш яһаны. 24-е ҡабул ителгән һәм эшләй. Ул федераль закондар проекттарына 127 төҙәтмә индергән, барыһы ла ҡабул ителгән.
Фото: ”Башинформ”.
Читайте нас