Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
28 Июнь 2021, 14:30

Һайлауҙа кемдәр күҙәтеүсе булып ҡатнаша?

29 июндә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы 2021 йылда уҙасаҡ һайлауға йәмәғәт күҙәтеүселәрен уҡытыу һөҙөмтәһе буйынса матбуғат конференцияһы үткәрә.

29 июндә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы 2021 йылда уҙасаҡ һайлауға йәмәғәт күҙәтеүселәрен уҡытыу һөҙөмтәһе буйынса матбуғат конференцияһы уҙғара.
Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, 2021 йылдағы һайлауҙы күҙәтеү буйынса республика йәмәғәт штабы етәксеһе Ольга Панчихина көҙгө һайлау ғәҙел үтеүен күҙәтеүселәр кем һәм ниндәй һанда буласағы, Башҡортостанда йәмәғәт күҙәтеүселәрен уҡытыу һөҙөмтәләре, һайлау уҙғарған саҡта йәмәғәт палаталарынан күҙәтеүселәрҙе тәғәйенләүҙең төп мәлдәре тураһында һөйләйәсәк, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы раҫлаған йәмәғәт күҙәтеүселәренең логотибын күрһәтәсәк.
Сарала Башҡоростандың Йәмәғәт палатаһының башҡа ағзалары ла ҡатнашып, йәмәғәт палатаһы корпусының эшкә әҙерлеге, законһыҙ алып барылған агитацияны блокировкалау тураһындағы һайлау ҡануниәтендәге яңылыҡтар һәм башҡа үҙгәрештәр менән таныштырасаҡ.
Читайте нас