Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһының (ОБСЕ) аҙ һанлы милләттәр эштәре буйынса юғары комиссары Кайрат Абдрахманов менән осрашты. Улар милли һәм мәҙәни күп төрлөлөктө үҫтереү, тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыу принциптары һ.б. тураһында һөйләште.
Кайрат Абдрахманов Рәсәйгә рәсми вәкил булараҡ сәфәргә тәүге тапҡыр килгән.
– Күп милләтле йәмғиәттәрҙең үҫеш тәжрибәһен урындарға барып өйрәнергә ҡарар иттек. Башҡортостан Рәсәйҙә беҙ ошо мөһим маҡсат менән йүнәлгән беренсе төбәк булды, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы иһә республикабыҙҙың быуаттар дауамында төрлө халыҡтарҙың мәҙәни аралашыу урыны тип һаналыуын билдәләне.
– Беҙҙә 160 самаһы милләт вәкиле булған 4 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Халыҡ араһында ҡатнаш никахтар күп. XVIII быуаттан бирле Өфө – Рәсәйҙә Ислам диненең үҙәге. Шул уҡ ваҡытта төбәктә православие митрополияһы ҙур ғына, Европалағы иң эре йәһүд мәҙәни үҙәге лә Өфөлә, – тине Радий Хәбиров. – Мәктәптәребеҙҙә 15 туған тел уҡытыла, милли йәкшәмбе мәктәптәре лә – 15. Өҫтәүенә заманса күп профилле полилингваль мәктәптәр асабыҙ, улар әле 4 булһа, 2024 йылғаса тағы 11-ҙе ойошторорға ниәт ҡорғанбыҙ. Ғөмүмән, минеңсә, 3 – 10 июлдә Бөтә донъя фольклориадаһының Башҡортостанда уҙғарылыуы маҡсатҡа ярашлы.
Кайрат Абдрахманов республика етәксеһенә йылы ҡабул иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Рәсәйҙе ОБСЕ-ның мөһим партнеры тип атаны. Уның фекеренсә, Башҡортостанда тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, мәктәптәрҙә уҡытыуҙы ойоштороу, сит ил кешеләрен йәмғиәткә яраҡлаштырыу йәһәтенән яҡшы өлгөләр күренә, уларҙы ОБСЕ-ның барлыҡ биләмәһенә таратырға кәрәк.
Юғары комиссар шулай уҡ төбәк етәкселегенең коронавирустың таралыуына ҡаршы тороу, һаулыҡ һаҡлау системаһына ярҙам итеү, социаль-иҡтисади үҫеште тиҙләтеү буйынса ҙур тырышлыҡ һалыуын баһаланы.