Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
29 Июнь 2021, 10:30

1 июлдән ниндәй закондар көсөнә инә?

Ошо хаҡта Дәүләт Думаһы Зариф Байғусҡаров тура эфирҙа һөйләйәсәк.

Бөгөн, 29 июндә, урындағы ваҡыт менән 19.00 сәғәттә Башҡортостандан VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров 2021 йылдың 1 июленән көсөнә инәсәк федераль закондар тураһында һөйләйәсәк, уҡыусыларҙың һорауҙарына аңлатма бирәсәк.
Тура бәйләнеш депутаттың “Бәйләнештә”ге – https://vk.com/bayguskarov_z_z һәм “Instagram”дағы https://www.instagram.com/bayguskarov_zarif/ рәсми аккаунтында алып барыласаҡ. Тема буйынса һорауҙарығыҙҙы һәм тәҡдимдәрегеҙҙе депутаттың “Faсebook”, “Instagram” һәм “ВКонтакте” социаль селтәрендәге посында ҡалдыра алаһығыҙ йәки эфир ваҡытында яҙырға мөмкин.
“Граждандарҙы ҡабул иткәндә почта буйынса күп һорауҙар һәм мөрәжәғәттәр килә. Уларҙың күбеһе йөкмәткеһе буйынса оҡшаш. Ошоға бәйле тура эфирҙар ойошторам, борсоған һорауҙары булып та, мөрәжәғәт итмәгәндәр өсөн аңлатмалар бирәм”, – ти билдәле парламентарий.
Фото: рәсми сығанаҡтан.
Читайте нас