Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
29 Июнь 2021, 07:30

Күп проблемалар урында хәл ителде

Зариф Байғусҡаров граждандар һорауҙарына битараф түгел.

Ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһы депутаты, дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитет ағзаһы, Башҡортостанда “Хәүефһеҙ юлдар”, “Бер кем дә онотолмаған” федераль партия проекттары координаторы Зариф Байғусҡаров граждандар ҡабул итте. Депутатҡа килгән 12 кеше менән уларҙы борсоған барлыҡ проблемаларҙы ентекләп тикшерҙеләр.
Эльвира Хәлитова депутатҡа ҡараусыһын юғалтҡан өсөн аҡса алыуҙа ярҙам иткәнгә рәхмәт әйтте. Ғаилә яҡын кешеһен юл-транспорт фажиғәһендә юғалтҡан, ә транспорт хужаһы булған предприятие тик Байғусҡаров ҡатнашлыҡ иткәс кенә тейешле аҡсаның бер өлөшөн түләгән. Әммә әлеге ваҡытта предприятие суд ҡарары буйынса билдәләнгән түләүҙе биреүҙән туҡтаған. Шуға күрә ғаилә йәнә депутатҡа мөрәжәғәт иткән. Һөҙөмтәлә суд приставтарының федераль хеҙмәте идаралығы менән һөйләшеүҙәр үткәрелгән, эш контролгә алынды.
Бөрйән районы ауылы кешеләре исеменән Руслан Биккинин мөрәжәғәт итте һәм Иҫке Собханғол – Ғәлиәкбәр юлын ремонтлауҙа ярҙам һораны. Юл ауылдың бөтә кешеләре өсөн дә кәрәк, айырыуса район үҙәгенә уҡырға йөрөгән өлкән класс уҡыусылары өсөн. Зариф Байғусҡаров район хакимиәте башлығы менән һөйләште, мәсьәлә яҡын арала хәл ителәсәк.
Шулай уҡ Искәндәр Бейешевтың да һорауы ыңғай хәл ителде, ул суд приставтарының ирҙең транспорт сараһына һалған арестына ялыу иткән. Ир белдереүенсә, ул бурысын әллә ҡасан ҡаплаған, әммә аресты ошоға тиклем алмағандар. Суд приставтары хеҙмәте менән телефон аша һөйләшеп, яҡын арала арест алынасаҡ тип хәбәр иттеләр.
Башлап торған Өфө эшҡыуары Гүзәлиә Әбүбәкирова субсидиялар алыу һәм бизнесын республика ситтәрендә лә таратыу өсөн консультация алырға тип килгән. Ҡабул итеү барышында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин менән аралашып, уның яҡын арала ҡатынды ҡабул итеп ярҙам итәсәге тураһында билдәле булды.
Граждандар менән осрашыуына йомғаҡтар яһап, депутат шуны белдерҙе: мәсьәләне хәл итеү тиҙлеге бурыстарҙы ентекле өйрәнеүҙән тора. Күп проблемалар шунда уҡ хәл ителде, ҡалғандары эшкә алынды.
2016 йылдан алып Зариф Байғусҡаров алты меңдән ашыу мөрәжәғәт алған, 1,5 мең граждан шәхси ҡабул итеүгә килгән. Кешеләрҙе ҡабул итеү артабан да дауам итәсәк.
Читайте нас