Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
29 Июнь 2021, 14:00
Йәмәғәт күҙәтеүселәре эшкә тотонорға әҙер
Башҡортостанда һайлауҙы үткәреүгә 6,5 мең йәмәғәт күҙәтеүсеһе әҙерләнгән.
Берҙәм тауыш биреү көнөндә төбәк халҡы Дәүләт Думаһына депутаттар һәм урындағы үҙидара органдарына вәкилдәр һайлаясаҡ.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы күҙәтеүселәрҙе уҡытыуҙы тамамланы. Йәмәғәт күҙәтеүсеһе һайлау участкаһында килеп тыуған сетерекле хәлде яйлау, ығы-зығыға юл ҡуймау менән шөғөлләнә. Сәйәси партияларҙың күҙәтеүселәренән айырмалы рәүештә, йәмәғәтселәр сәйәси мәнфәғәтте алға ҡуймай, улар ғәҙеллек өсөн тырышлыҡ һала, һайлауҙың асыҡ үтеүенә булышлыҡ итергә тейеш.
Бөгөн Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы быйыл үтәсәк һайлау өсөн әҙерләнгән күҙәтеүселәрҙе уҡытыу һөҙөмтәләренә арналған матбуғат конференцияһы уҙғарҙы.
Тауыш биреү көндәрендә – 17,18 һәм 19 сентябрҙә - төбәгебеҙҙә 3404 участка комиссияһы (40-ы ваҡытлыса булыу урындарында) эшләйәсәк, тип билдәләне Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, 2021 йылғы һайлауҙы күҙәтеү буйынса республика Йәмәғәт штабы етәксеһе Ольга Панчихина. Ә һайлауҙың асыҡлығын 6,5 меңдән ашыу йәмәғәт күҙәтеүсеһе тәьмин итәсәк. Улар өсөн 6 апрелдән 29 июнгә тиклем 74 уҡыу семинары үткәрелде, һуңғыһы бөгөн онлайн алымда ун ҡала һәм район өсөн ойошторолдо. 63 семинар – ғәҙәти алымда, 11-е видеокәңәшмә форматында уҙҙы. Был эшкә барлығы 12 лектор йәлеп ителде.
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, педагогика фәндәре кандидаты, лектор Лида Иҫәргәкова курстарҙа уҡыусыларҙың ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтеүен билдәләне. Дәрестәрҙә уйын алымдары, күрһәтмә материалдар ҙа ҡулланылған.
Ҡатнашыусылар теоретик һәм ғәмәли белем алған, һайлауға ҡағылышлы закондарҙы өйрәнгән, Берҙәм тауыш биреү көнөндә Йәмәғәт штабы менән бәйләнеш тотоу, ялған мәғлүмәттәрҙе таныу, ғәҙәттән тыш хәлдән сығыу алымдарын үҙләштергән.
Белеүебеҙсә, бәлиғ һәм Рәсәй гражданы булған кеше йәмәғәт күҙәтеүсеһе була ала. Был хаҡта Йәмәғәт штабына тейешле документтар бирергә кәрәк, улар сентябргә тиклем ҡабул ителә.
Штабтың адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40, 412-се бүлмә. Бәйләнеш өсөн телефон: (347) 218-17-74. Эш көндәрендә 9:00-13:00 һәм 14:00-18:00 сәғәттәрҙә шылтыратырға мөмкин. Электрон почта:
nabludatel102@mail.ru
Фото: op.bashkortostan.ru
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"