Быйыл көҙ Берҙәм тауыш биреү көнөндә республика халҡы Дәүләт Думаһына һәм урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлаясаҡтар.
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы күҙәтеүселәрҙе уҡытыуҙы тамамланы. Ошо айҡанлы Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса совет ағзаһы Ирина Владимировна Киркора фекере менән уртаҡлашты.
“Йәмәғәт палатаһы ойошторған уҡыуҙарҙа әҙерлек үткән һәр йәмәғәт күҙәтеүсеһенә хөрмәтемде белдерәм. Һеҙ күңел ҡушыуы буйынса һайлау кампанияһының мөһим функцияһын үтәргә – бер нисә көн дауам иткән тауыш биреү барышын һәм тауыштар иҫәпләүҙе етди күҙәтергә әҙерһегеҙ. Һайлауҙың ғәҙел булырға тейешлеген һәм был эште башҡаларға йөкмәтеп, өйҙә ултырырға ярамағанлығын йәнә бер ҡат раҫлап, бүтәндәргә өлгө күрһәттегеҙ”, – ти Ирина Киркора.