Бөгөн Өфө ҡалаһы Советының 83-сө ултырышында ҡала Советының V саҡырылышына депутаттар һайлау ваҡыты раҫланды.
Һайлау Берҙәм тауыш биреү көнөндә – 19 сентябрҙә уҙасаҡ, тип белдерҙеләр баш ҡаланың матбуғат хеҙмәтенән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙе өс көн үткәреү тураһындағы тәртипте раҫланы, йәғни мөһим сәйәси ваҡиға 17, 18 һәм 19 сентябрҙә уҙғарыласаҡ.
Өфө ҡала Советына депутаттар һайлау 18 бер мандатлы округ һәм берҙәм ҡала һайлау округы буйынса үткәрелә.
Ҡала Советының V саҡырылышының депутаттар корпусы 36 кешенән торасаҡ. Депутатлыҡ вәкәләте биш йылға бирелә.
Фото: Өфө ҡала Советынан.