Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Июнь 2021, 14:00

Президент асыҡлыҡ индерҙе

"Коронавирустан прививка яһау тәртибе һәм мөһимлеге тураһында ил етәксеһе биргән аңлатма социаль көсөргәнеште йомшартырға тейеш."

Бөгөнгө “Тура бәйләнеш” барышында коронавирустан прививка яһау тәртибе һәм мөһимлеге тураһында ил етәксеһе биргән аңлатма социаль көсөргәнеште йомшартырға тейеш. Ошо хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов белдерҙе.
Ул киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә вакцинацияның мотлаҡлығы һәм уның кире эҙемтәләре тураһында уйҙырма хәбәрҙәрҙең күплеген телгә алды. “Президент, әлеге закондарға таянып, был хәл буйынса тулы асыҡлыҡ индерҙе. Прививкаларҙың Милли календаренә COVID-19 вирусынан вакцинация инмәй. Дәүләт Думаһы был тәҡдимде кире ҡаҡты. Шуға күрә Рәсәйҙә “мотлаҡ” вакцинация юҡ. Законға ярашлы төбәк башлыҡтары эпидемия осоронда баш санитар табиптар тәҡдиме менән хәүеф төркөмөнә ингән граждандарҙың айырым төркөмө өсөн мотлаҡ вакцинация индерергә хоҡуҡлы. Ҡайһы бер төбәк етәкселәре шунан файҙаланды ла. Был кешеләрҙең ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлау өсөн генә түгел, локдаунды, уға килтереүсе сикләүҙәрҙе булдырмау өсөн эшләнә.Шуға күрә күп проблемаларҙы булдырмау өсөн прививка яһатыу иң яҡшыһы,” - тине Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Ул шулай уҡ Президент менән аралашыуҙа пандемия һәм вакцинация темаһы төп мәсьәлә булмаһа ла, уның башҡа көнүҙәк һорауҙарҙы ситкә этәрмәүен билдәләне. ”Был эске сәйәсәт, милләт-ара мөнәсәбәттәр, халыҡтың айырым категорияларын социаль яҡлау, ауыл ерҙәрендә бушлай газ үткәреү, пандемия шарттарында ауыл хужалығына һәм бәләкәй бизнесҡа ярҙам итеү өлкәләрендәге ҡарарҙар, шулай уҡ башҡа көнүҙәк проблемалар. Быларҙың күбеһе Президенттың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә яңғыраны. Бер нисә ай үткәндән һуң бөгөн дәүләт Башлығының поручениелары нисек үтәлеүе, ниндәй ҡатмарлыҡтар тыуыуы һәм үҙгәрештәр индереү кәрәклеге тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин,” - тине Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Фото:”Башинформ”.
Читайте нас