Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Июль 2021, 10:15

Барыһы ла аңлайышлы һәм мөһим

Лидерыбыҙ менән тура бәйләнеш тағы бер тапҡыр шуны күрһәтте: уның өсөн тыйылған темалар юҡ, үткер һорауҙарға ла теләп яуап бирә.

Кисә ил Президенты Владимир Путин халыҡ менән тура бәйләнеш ойошторҙо. Был сараға ҡарата үҙ фекере менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира АЙЫТҠОЛОВА уртаҡлашты.
– Быйылғы тура бәйләнеш бөтөнләй яңы форматта үтте. Ни өсөн тигәндә, көн һайын тиерлек техник мөмкинлектәр үҙгәреп тора һәм Владимир Владимирович халыҡ менән кәрәҙле бәйләнеш аша ла, аудиохәбәрҙәр аша ла һөйләшергә әҙер – барлыҡ техник саралар ҙа файҙаланылды.
Ошондай техник яҡтан ауыр ойошторолған трансляция – һәр ваҡыт хәүеф менән һуғарыла. Сөнки алдан ойошторолған майҙансыҡтарҙа гарантия бар. Трансляция барышында бер ни тиклем етешһеҙлектәр булһа ла, был президентҡа эш өсөн аңлайышлы һәм еңел формат.
Лидерыбыҙ менән тура бәйләнеш тағы бер тапҡыр шуны күрһәтте: уның өсөн тыйылған темалар юҡ, үткер һорауҙарға ла теләп яуап бирә. Һорауҙар диапазоны – аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙан башлап тышҡы сәйәсәткә тиклем. Киләһе һайлауҙарҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһына ярҙамы тураһында ишетеү мөһим ине. Ул үҙен был партияға нигеҙ һалыусы тип атаны һәм Дәүләт Думаһы эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
Владимир Путин һорауҙарға аныҡ яуап бирҙе, йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәлә яңғыратҡан, “Берҙәм Рәсәй” партияһы съезында әйткән тезистарға комментарийҙар бирҙе. Был газ үткәреү, төҙөлөш һәм төҙөкләндереү, социаль ярҙам һәм ғаиләгә ярҙам.
Баҙарҙағы хаҡтарға ҡағылышлы һорауҙар популяр булды. Был аҙыҡ-түлек, төҙөлөш тармаҡтарына бәйле ине. Президент был һорауҙарға ла аңлайышлы яуап бирҙе. Ғөмүмән, һәр тармаҡтан һорауҙарға төплө яуаптар булды.
Читайте нас