Ауырғазы районының Юламан һәм Яңы Этекәй ауылдары уҙған шәмбелә көслө дауылдан ҙур зыян күргәйне. Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ, әммә байтаҡ мөлкәткә зыян килде. Урындағы власть та, күршеләр ҙә, ғөмүмән, ошо хәлгә битараф ҡала алмаған бөтә халыҡ ярҙамға ашыҡты.
– Ҡаза кешеләрҙе берләштерҙе, тупланы. Урындағылар бер-береһенә мөмкин ҡәҙәр ярҙам итергә тырыша. Ошо изге күңелле кешеләрҙе күреп, йылмайып ҡуяһың. Кешеләргә, дөйөм киләсәгебеҙгә ышаныс арта, – тине Динар Ғилметдинов.
Юламан ауылында дауыл 74 йәшлек пенсионер Людмила Федорованың йорт ҡыйығын, кирбес фронтонын емергән. Людмила Яковлевнаға был көндә ейәнсәре ҡунаҡҡа килгән була. Ҡыйыҡтың емереклектәре тап уның бүлмәһенә төшә. Бәхеткә күрә, 15 йәшлек үҫмер зыян күрмәй. Әлбиттә, хәҙер торлаҡты төҙөкләндереү – пенсионер ҡатын өсөн ҙур проблема.
Динар Ғилметдинов власть яғынан ярҙамдың мөһимлеген билдәләне, ә Ауырғазы районы башлығы Зөфәр Иҙрисов, муниципалитет Людмила Яковлевнаға тейеше ярҙам күрһәтәсәк, тип ышандырҙы. Улар шулай уҡ урындағы мәктәпкә һәм фельдшер пунктына, ә Яңы Этекәй ауылында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ҡаралтыларға һәм урып йыйыу техникаһына килгән зыянға баһа бирҙе. Дөйөм алғанда, бөтә проблемалар хәл ителде. Урындағы хакимиәттең әүҙем эше, күршеләрҙең, дуҫтарҙың, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең ярҙамы менән Ауырғазы районы халҡы ай аҙағына был дауыл тураһында онотор, моғайын. Иң мөһиме – барыһы ла иҫән-һау.