"Рәсәй банкы" финанс пирамидалары төҙөүсе йәки рөхсәтһеҙ кредиттар биреү менән шөғөлләнеүсе 1,8 мең ойошмаға һәм интернет-проектҡа ҡарата шик белдергән.
Мутлашыусыларҙы махсус мониторинг системаһына таянып та, халыҡтың мөрәжәғәттәренә ҡарап та асыҡлайҙар, уларҙың атамалары, законға ҡаршы килгән эшмәкәрлек йүнәлештәре, сайт адрестары һәм башҡа мәғлүмәттәре күрһәтелгән исемлек даими яңыртылып тора. Артабан иһә бындай ойошмаларҙы тыйыу, сайттарын яптырыу бурыстары хоҡуҡ һаҡлау органдарына йөкмәтелә.
Миҫал өсөн Һамар өлкәһендә эшләгән "Медфарм" ҡулланыусылар кооперативын алайыҡ. "Рәсәй банкы"нда иҫәпләүҙәренсә, ул финанс пирамидаһына оҡшаған, сөнки реклама сараларын бик әүҙем үткәрә, кешеләргә һалған аҡсаларын баҙарҙағы уртаса кимәлдән күпкә юғарыраҡ процент менән кире ҡайтарып бирергә вәғәҙә итә. Имеш, йылына 22 процентлыҡ килем гарантияланған. "Рәсәй банкы"нда, әйткәндәй, "Медфарм" ҡулланыусылар кооперативының ниндәйҙер инвестиция эшмәкәрлеге алып барыуы, йәғни халыҡҡа аҡсаһын арттырып ҡайтарыу өсөн килем сығанағы хәстәрләүе хаҡында мәғлүмәттәр юҡ икән.
Бер нисә төбәктә, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла, юридик берәмек булараҡ теркәлмәгән һәм аҡса йыйыу менән шөғөлләнеү өсөн "Үҙәк банк"тан лицензия алмаған "FINIKO" интернет-проекты киң тарала бара. Уныһы иһә, йәнәһе, айына 25 процентлыҡ (!) килем бирәсәк. Бынан тыш, проект төрлө "программа"лар аша хаҡының ни бары 35 процентын түләп автомобиль йәки торлаҡ һатып алыу, теләһә ниндәй аҡсалата бурыстан ҡалған өлөшөнөң 35 процентын ғына ҡайтарып ҡотолоу мөмкинлектәрен тәҡдим итә. Бер нисә ай элек кенә теркәлгән сайттың шундай танылыу яулауы, әлбиттә, ватандаштарыбыҙҙың ауыҙы бешкәндән һуң да өрөп ҡабырға өйрәнмәүенә, һаман еңел табыш эҙләүенә бәйле.
Төрлө ҡалаларҙа "Победа" тигән комиссия магазиндарын күргәнегеҙ барҙыр. Уларҙың ҡайһы берҙәрендә алтын-көмөштө, көнкүреш техникаһын йәки еңел машинаны аманатҡа ҡалдырыу шарты менән аҡса алырға була, ти. Шуныһы ғәжәп: бурысты кире килтергәндә күпмелер процент өҫтәйҙәр икән. Тимәк, лицензияһыҙ килеш кредит биреү менән мауығалар. "Рәсәй банкы" аңғартыуынса, бындай ойошмаларға мөрәжәғәт иткән хәлдә ҙур күләмдәге штрафҡа юлығыуың, аманатҡа ҡалдырған әйбереңдән ҡолаҡ ҡағыуың бик ихтимал.
"Үҙәк банк"тың июнь башындағы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, эшмәкәрлеге финанс пирамидаһы төҙөү йәки рөхсәтһеҙ кредит биреү менән бәйле тип табылғандар һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урында Татарстан тора. Унда шиклеләр исемлегенә 26 ойошма эләккән. Башҡортостан – өсөнсө урында.
Инфографика: "Башҡортостан" гәзите.