Рәсәй Президенты Владимир Путиндың халыҡ менән тура эфирҙа аралашыуынан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был сарала күтәрелгән ҡайһы бер мәсьәләләргә ҡарата үҙенең фекерен белдерҙе:
– Халҡыбыҙҙы ниндәй мәсьәләләр борсоуы минең өсөн һәр саҡ мөһим. Әгәр быны белмәһәк, ҡайһы яҡтан эшләп еткермәгәнебеҙҙе аңламаһаҡ, һөҙөмтәле идара итә һәм иңебеҙгә һалынған бурыстарҙы үтәй алмаясаҡбыҙ.
Кабинетта ултырып ҡына бөтә нәмәне лә күреп булмай. Республика буйлап күп йөрөһәң дә, халыҡ менән йыш аралашһаң да, хатта эш сәфәре барышында ла эргә-тирәлә ни барғанын тулыһынса күҙ алдына баҫтырыуы ауыр. Беҙҙең Башҡортостан кеүек 4 миллион кеше йәшәгән төбәктә – бигерәк тә.
Шуға ла беҙ Республикаға идара итеү үҙәген төҙөнөк. Унда төбәктең барлыҡ тарафтарынан етәкселеккә эшләү һәм дөрөҫ идара ҡарарҙары ҡабул итеү өсөн мөһим булған көнүҙәк мәғлүмәттәр тупланып тора. “Инцидент-менеджмент” системаһы нигеҙендә социаль селтәрҙәр аша килгән мөрәжәғәттәр менән эшләйбеҙ, был кешеләрҙе ниҙәр борсоғанын асыҡларға ярҙам итә. Нисек эшләй ул? Әгәр мөрәжәғәттә аныҡ проблема күрһәтелгән икән, Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре тәүҙә мотлаҡ уның айышына төшөнә, артабан мөрәжәғәтте профилле министрлыҡҡа, ведомствоға йәки муниципалитетҡа ебәрә. Кешеләр һис юғында үҙ һорауҙарына тулы яуап алһын, тип тырышабыҙ. Унан да яҡшырағы – мәсьәләләренең хәл ителеүе.
Ҡайһы бер эштәр бик оҙаҡ яйға һалына. Шулай ҙа, ҡулыбыҙҙан килһә, тиҙләтәбеҙ. Соҡорҙар, сүп-сар, пособиелар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың хәле һәм юл инфраструктураһы – барлыҡ киҫкен мәсьәләләрҙе күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Халыҡ өсөн эшләйбеҙ бит, шуға бөтә тырышлығыбыҙ – улар хаҡына. Ғәмәлдәребеҙҙең төп күрһәткесе – кешеләрҙең ҡәнәғәтлеге, тимәк, ижтимағи-сәйәси именлек, тотороҡлолоҡ та. Барыһы ла – беҙҙең бурыс.
Ошо уңайҙан ил Президенты Владимир Владимирович Путин менән тура бәйләнеш күп нәмәләр хаҡында уйландырҙы. Серен әйтәм: дәүләт етәксеһенең тура эфирҙағы сығышы теләһә ҡайһы төбәк етәксеһе өсөн – айырыуса мөһим ваҡиға, юғары яуаплылыҡ һәм, әлбиттә, стресс. Мәсьәләләр бихисап, беҙ быны йәшермәйбеҙ. Республикабыҙҙан күптәр Президентҡа мөрәжәғәт яҙған икәнен беләм. Беҙҙең уларҙы алыуыбыҙ һәм күрһәтелгән проблемаларҙы эҙмә-эҙлекле хәл итеүебеҙ мөһим. Тик тотош ил ҡараған саҡта эфирҙа Башҡортостан тураһында ишетке килмәй барыбер.
Республикалағы мелиорация системаларына ҡағылышлы бирелгән һорау буйынса эште башлағанбыҙ. Ул ысынлап та дөрөҫ әйтелде. Бер ай элек кенә Баймаҡ районына барғайныҡ, унда үҫемлекселекте яһалма һуғарыуһыҙ артабан яҡшыртып булмай. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының федераль программаһы аша беҙгә киләсәк ҙур инвесторҙы таптыҡ инде, эшкә 2022 йылдың 1 ғинуарынан тотонасаҡтар. Бында һүҙ мелиорация системаларын әҙерләүгә һәм ҡороуға тәғәйенләнгән субсидиялар тураһында. Проект өсөн ер бүлеп биргәнбеҙ, проект-эҙләнеү саралары бара.
Баймаҡтан тыш, Көньяҡ Уралдың тағы бер нисә районы ерҙәрен һуғарырға ниәтләйбеҙ. Әлегә һыу балансы тикшерелә, сөнки әлеге саралар һөҙөмтәһендә шәхси хужалыҡтарҙағы ҡоҙоҡтарҙың ҡоромауы мөһим.
Ғөмүмән, республикабыҙҙың көньяҡ райондарында һыу менән тәьмин ителеш мәсьәләһе ифрат киҫкен. Уны яйға һалыу менән планға ярашлы шөғөлләнәбеҙ.