Кисә, 3 июлдә, Өфөлә республиканың ЮХХДИ ветерандары өсөн тантаналы сара үтте.
Донъялағы иң мобиль хеҙмәттәрҙең береһе 85 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 1936 йылдың 3 июлендә СССР Эске эштәр министрлығының Дәүләт автомобиль инспекцияһы барлыҡҡа килә. Был көн Башҡортостан өсөн һәр ваҡыт үҙенсәлекле байрам. Ни өсөн тигәндә, отставкалағы инспекторҙар хеҙмәт эшмәкәрлегенә бик әүҙем йоғонто яһай.
Миҫал өсөн – Наил Шәйәхмәтов. Ул ун йылдан ашыу БАССР Эске эштәр министрлығының Дәүләт автомобиль инспекцияһында юл патруле хеҙмәте бүлексәһенә етәкселек иткән. Был вазифала 11 йыл, ә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тармағында 20 йыл эшләгән кеше. Отставкаға киткәс тә хәрби тарих менән шөғөлләнә, Башҡортостан Һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы, Рәсәй Яҙыусылар союзы составына инә.
Осрашыуға егермегә яҡын ветеран йыйылды. Дәүләт автоиспекцияһы юбилейына арналған сарала Наиль Шәрифйән улы яңы китабы менән таныштырҙы. Был - республика ЮХХДИ-ның ентекле тарихы, ул хеҙмәт ветерандары, коллектив характеры аша асылған. Әлеге китап - күп йыллыҡ мәғлүмәт һәм факттар йыйыу һөҙөмтәһе.
Осрашыуға килгән яңы әүҙем ветерандар араһында Динар Ғилметдинов та бар. Күптән түгел генә ул республиканың Баш дәүләт автоинспекторы ине, ә хәҙер – отставкалағы полиция полковнигы. Ул йыйылған халыҡты юбилей менән ҡотланы, ведомствоға булған иғтибары һәм ҡыҙыҡһыныуҙары өсөн рәхмәт әйтте.
– Һеҙ йәш ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерәһегеҙ. Ярҙам төрҙәре күп, тик иң мөһиме – үҙегеҙҙең өлгөлө хеҙмәтегеҙ үрнәге. Быуындар бәйләнеше – идаралыҡтың төп нигеҙе. Барығыҙға ла рәхмәт, – тине ул.
Яңы китап был осрашыуҙың хиты булып китте. Ул - республика тарихының да мөһим бер өлөшө. Наил Шәрифйән улы иптәштәре менән күп факттарҙы һаҡлап ҡалыу һәм киләсәк быуынға еткереүгә өлгәшкән. Бәлки, был хеҙмәт тарихи фильм нигеҙе лә булыр тигән ышаныста ветерандар. Әгәр шулай булһа, фильм бик ҡыҙыҡлы буласаҡ.