Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
9 Июль 2021, 11:03

“Һеҙгә бер сер асмаҡсымын”

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә сираттағы аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе.

Валерий ШаховВалерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

Ул “Иннопром” халыҡ-ара күргәҙмәһе йомғаҡтарына, сара нигеҙендә үткәрелгән осрашыуҙар, төҙөлгән килешеүҙәр, ил Президенты Владимир Путин менән тура бәйләнеш, Фольклориада, полигондар, Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарына ингән йәштәргә төбәк Башлығының пособиеһын түләү темаларына туҡталды. 

Премьер-министр Андрей Назаров республика Хөкүмәте составына ҙур һалым түләүселәрҙе индерергә тәҡдим итте. Радий Хәбиров Премьер-министрҙың фекерен хупланы.– Күпләп һалым түләгән ҙур предприятиелар беҙҙең менән килешһә, уларҙы Хөкүмәт составына индерербеҙ. Был файҙалы булыр, тип уйлайым, – тине ул.Коронавирусҡа килгәндә, республика Башлығы дәүләт һәм муниципаль хеҙ­мәткәр­ҙәр прививканы әүҙем яһатыуын, был сараға яуаплы ҡарауын билдәләне. Мәҫәлән, республика Башлығы Хаки­миә­тендә хеҙмәткәрҙәрҙең 86 проценты, ә Хөкүмәттә 65 проценттан күберәге вакцина яһатҡан.Республика етәксеһе әйтеүенсә, IX “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалын август аҙағында үткәрергә ҡарар ителде. Ул Өфөлә 21–25 июлдә булырға тейеш ине.  Оператив кәңәшмәлә атмосфера һауаһына бысраҡ матдәләр сығарыу йәһәтенән Өфөләге дүрт нефть хи­мияһы заводын тикшереү һөҙөмтәләре тураһында һүҙ барҙы. Май башынан алып баш ҡала халҡы ҡырҡыу химик еҫкә һәм газ монарына йыш зарлана ине.  Һауаны бысратҡан төп сығанаҡтар – Өфө районының Черкассы ҡасаба­һын­дағы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонында янғын, шулай уҡ ҡаланың төньяғындағы сәнәғәт предприятиелары.– 28 июндә атмосфера һауаһына контроллек иткән өс автоматлаш­тырылған станцияның икеһендә һулар һауала бысраҡ матдәләр миҡдары рөхсәт ителгәндән икеләтә  артығыраҡ булыуы теркәлде, – тине “Росприроднадзор”ҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Роман Болотов. – Ошондай осраҡтарҙы асыҡлау өсөн идара­лыҡ  пландан тыш тикшереү үткәрә. Һауаны бысратҡан тағы ла бер сығанаҡ – Черкассы ҡасабаһындағы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонын­дағы янғын. Был хәл буйынса ғәйеп­леләр административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ, тип белдерҙе Роман Болотов.– Полигонда тағы ла бер тапҡыр янғын сыҡһа, ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡтың бөтә етәкселеге отставкаға китәсәк, – тине республика Башлығы.Кәңәшмәлә Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, республикала бизнес-шерифтар институты ике йыл эшләй, ошо осорҙа 39 бизнес-шериф алмашынған. Шул уҡ ваҡытта 10 муниципаль берәмектә был вазифаға әле булһа кеше юҡ.– Ҡайһы бер муниципалитеттарҙа бизнес-шерифтарҙың әүҙем эшләүенә ҡарамаҫтан, миңә ошо йәһәттән дөйөм республикалағы хәл оҡшамай.   Район башлыҡтарына ошо мәсьәләне ике ай эсендә хәл итеү бурысын ҡуям, – тине Радий Хәбиров.Республика Башлығы Башҡортос­танда балалар өсөн Фольклориада үткәреү ниәтен белдерҙе. – Коллегалар, һеҙгә бер серҙе асмаҡсымын. Филипп Боссан әфәнде менән артабанғы хеҙмәттәшлек буйынса фекер алыштыҡ. Ул – балалар өсөн Фольклориада, – тине Радий Хәбиров. – Был ысынлап та иҫ киткес ваҡиға, ҙур вәкиллекле балалар Олимпиадаһы буласаҡ! Коронавирус ҡасан да булһа бөтөр, тип уйлайым. Әҙерләнә башлайбыҙ, был – бик мөһим ваҡиға.

- Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА.

Автор:Вадут Исхаков
Читайте нас