Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Июль 2021, 06:15

Балалар Ҡара дингеҙҙә ял итәсәк

Күрше Силәбелә ҡото осҡос янғындың тотош ауылды ялмауы, халыҡты йорт-ерһеҙ ҡалдырыуы хаҡында ишетмәгән кеше юҡтыр...

Балалар Ҡара дингеҙҙә ял итәсәкБалалар Ҡара дингеҙҙә ял итәсәк
Балалар Ҡара дингеҙҙә ял итәсәк
Балалар Ҡара дингеҙҙә ял итәсәк
Балалар Ҡара дингеҙҙә ял итәсәк

Күрше Силәбе өлкәһендә ҡото осҡос янғындың күҙ асып йомғансы тотош ауылды ялмауы, халыҡты йорт-ерһеҙ ҡалдырыуы хаҡында ишетмәгән кеше юҡтыр. Әле төбәктә бәлә эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эш йәйелдерелгән.

Рәсәй Президенты Владимир Путин тәү сиратта янғындан эвакуацияланған балаларҙы Ҡара дингеҙгә ял итергә ебәрергә ҡушты. Был хаҡта ил етәксеһенең матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр итә.

Президент телефон аша Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслерҙың докладын тыңлағандан һәм төбәктәге тәбиғәт янғындары тураһында ентекле мәғлүмәт алғандан һуң бәләгә тарыған балаларҙың ялын Ҡара дингеҙҙә ойошторорға ҡушты.

Дәүләт башлығы шулай уҡ губернаторға граждандарҙың янғында юҡҡа сыҡҡан торлағын тергеҙеү буйынса тәҡдимдәр эшләргә кәрәклеген әйтте.

Бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, Янғын 14 мең гектар ерҙе ялмаған, ут һүндереүселәр тырышлығы менән 1800-ҙән ашыу йорт һаҡлап ҡалынған.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Glodal Press

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас