

Һайлау ҡануниәтенә ярашлы, 18 июндән 12 июлгә тиклем сәйәси партиялар тарафынан Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа бер мандатлы округтарҙа кандидаттарҙы тәҡдим итеү һәм теркәү, кандидаттар тарафынан үҙ-үҙҙәрен тәҡдим итеү тураһында документтар тапшырыу тормошҡа ашырылды. Шулай уҡ 13 июлдән дә һуңға ҡалмайынса Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһына сәйәси партияларҙан кандидаттар исемлеген тәҡдим итергә кәрәк ине.
Сәйәси партиялар илдең Үҙәк һайлау комиссияһына Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар исемлеген тапшырҙы, кандидаттарға иһә округ һайлау комиссияларына документтарын тапшырырға ҡалды.
Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлауға Башҡортостан Республикаһынан бер мандатлы округтар буйынса 60-тан ашыу кеше тәҡдим ителде, шуларҙың дүртәүһе – үҙ-үҙен тәҡдим итеү тәртибендә. 12 сәйәси партия һайлауҙа ҡатнашыуы тураһында белдерҙе.
Бер мандатлы округтарҙың һәр ҡайһыһында сәйәси көстәрҙең бүленеше 23 июлдән һуң, сәйәси партияларҙан кандидаттар округ һайлау комиссияларына документтар тапшырыу этабы тамамланғас, билдәле буласаҡ.
Тауыш биреү барышының һәм һөҙөмтәләрҙең легитимлығын, асыҡлығын тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһында 1384 бинала, шул иҫәптән 69 территориаль һайлау комиссияһында (100 %), 1315 участка һайлау комиссияһында (39 %) видеокүҙәтеү алып барыла. Шулай уҡ республикала һайлау бюллетендәрен эшкәртеү өсөн 230 комплекс йәлеп ителә. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы нигеҙендә Һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт үҙәге ойошторолғайны. Ул 6800-ҙән ашыу күҙәтеүсе әҙерләне, уларҙың барыһы ла белемен камиллаштырҙы, күптәре һайлауҙа күҙәтеүсе булараҡ эш тәжрибәһенә эйә.
Әле бөтә партиялар ҙа съездарын һәм төбәк бүлексәләре конференцияларын үткәргән.
Фото: bashinform.ru