

Рәсәй Федераль суд приставтарының Башҡортостан идаралығы сикләүҙәр билдәләнгән йәки ниндәйҙер бурыс иҫәбенә алыу тыйылған эш хаҡы йәки башҡа килем түләнгән кешеләргә иҫәп-хисап документтарында килем төрөнөң тейешле кодын күрһәтеү зарурлығы тураһында иҫкәртә.
2019 йылдың 21 февралендәге “Үтәтеү эше тураһында”ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 12-се Федераль закон былтыр 1 июндә ғәмәлгә инде. Закон нормаларына ярашлы, граждандарҙың социаль түләүҙәренә сикләүҙәр билдәләү, улар иҫәбенән бурыс түләтеү тыйыла. Документта әйтелгәнсә, бурыслы кеше алған бөтә аҡсаға махсус билдә ҡуйылыуы шарт. Рәсәй банктары закон нигеҙендә штраф, бурыс иҫәбенә алыу рөхсәт ителмәгән аҡсаны махсус код менән маркировкалауҙы талап итә. Законды тормошҡа ашырыу маҡсатында 2019 йылдың октябрендә Рәсәй Үҙәк банкының “Аҡса күсереү тураһындағы бойороҡтарҙа килем төрөн билдәләү тураһында”ғы 5286-сы күрһәтмәһе сыҡты.
Бынан тыш, яңы нормаларға ярашлы, килем төрөн күрһәтеү бурысы эш биреүселәргә лә йөкмәтелә. Бурыслыға эш хаҡы, башҡа килем, шул иҫәптән социаль аҡса түләгән кешеләр (берәмектәр) аҡса күсереү тураһындағы документтарҙа килем төрөнөң махсус кодын күрһәтергә тейеш. Бындай кодтар “Үтәтеү эше тураһында”ғы Федераль закондың 99-сы статьяһы менән эш хаҡынан аҡсаны тотоп ҡалыу күләменә сикләү билдәләнгән, шулай уҡ ошо закондың 101-се cтатьяһына ярашлы бурыс тотоп ҡалыу рөхсәт ителмәгән килемдәр исемлегенә индерелгән түләүҙәргә ҡағыла.
Бурысты тотоп ҡалыу тыйылған килемдәр исемлеге: хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә сәләмәтлегенә килгән зыянды ҡаплауға, ҡараусыны юғалтыуға бәйле бурыслыға түләнгән аҡса, радиация, йәғни техноген һәләкәттәр һөҙөмтәһендә зыян күргәндәргә түләнгән компенсациялар, эшкә һәләтһеҙ кешене ҡараған өсөн бурыслыға түләнгән аҡса, ата-әсәне эҙләгән осорҙа түләнгән алимент, эш биреүсе түләгән компенсация, мәҫәлән, командировка аҡсаһы, бала тыуғанда йәки туғаны вафат булғанда түләнгән аҡса, һауыҡтырыу һәм шифахана-курорт учреждениеларына юллама хаҡын компенсациялау, ҡараусыны юғалтыуға бәйле түләнгән пенсия, ерләүгә социаль түләүҙәр, мотлаҡ социаль страховкаға бәйле түләүҙәр, балалар пособиеһы, әсәлек капиталы, бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам, балаларға һауыҡтырыу юлламалары хаҡын компенсациялау, стихиялы бәлә-ҡазаға йәки башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәргә бәйле түләнгән аҡса.
Был ҡағиҙәгә түбәндәгеләр инмәй: ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы, инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһы, йыйыла барған пенсия, сроклы пенсия түләүе, эшкә ваҡытлыса һәләтһеҙлек буйынса пособие.
Закон тарафынан билдәләнгән талаптар үтәтеү эштәре барышында социаль яҡтан яҡланмаған граждандарҙы яҡлауҙы тәьмин итергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, практика киреһен күрһәтә. Көн һайын Федераль суд приставтарының Башҡортостан идаралығына суд ҡарарҙары буйынса бурысы булған граждандарҙан социаль түләүҙе тәшкил иткән аҡсанан файҙалана алмауҙары тураһында байтаҡ мөрәжәғәт килә.
Уларҙы тикшереү барышында кредит ойошмалары һәм сикләүҙәр билдәләнгән һәм бурысты тотоп ҡалыу рөхсәт ителмәгән эш хаҡын һәм башҡа килемдәр түләгән эш биреүселәрҙең ғәмәлдәрендә етешһеҙлектәр даими асыҡлана. Ҡануниәтте ошо рәүешле боҙған өсөн Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 17.14-се статьяһына ярашлы административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡарала: граждандарға – 2000–2500 һум, вазифалы кешеләргә 15–20 мең, ойошмаларға 50–100 мең һум штраф һалына.
Әйткәндәй, “Үтәтеү эше тураһында”ғы Федераль законға үҙгәрештәр ғәмәлгә ингәндән һуң Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре 177 закон боҙоу осрағын асыҡлаған. Атап әйткәндә, эш биреүселәрҙең һәм кредит ойошмаларының күбеһе килем төрөн аныҡ күрһәтмәгән. Ғәйеплеләр, Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа ярашлы, административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне