Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Июль 2021, 06:00

Өс депутат һайлайбыҙ

Сентябрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау була.

Өс депутат һайлайбыҙӨс депутат һайлайбыҙ
Өс депутат һайлайбыҙ

Сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау була.

"Республика парламентына кандидаттар өсөн тауыш биреү Беүә, Красный Холм һәм Талбазы һайлау округтары буйынса уҙғарыла, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Тимәк, өҫтәмә һайлауҙа Яңауыл, Борай, Ауырғазы, Ғафури, Ҡалтасы, Дүртөйлө райондары, Ағиҙел ҡалаһы халҡы ҡатнаша. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса вакант өс депутат мандаты тапшырыла".

Рәмзил Низаметдинов менән Флүр Ғәлләмов депутат вәкәләттәрен үҙ ихтыяры менән һалғандан һуң, парламентта ике буш урын барлыҡҡа килгәйне. Былтыр октябрҙә депутат Әмир Ишемғолов вафат булды. Өс депутаттың бөтәһе лә бер мандатлы һайлау округтары буйынса һайланғайны.

Бер үк ваҡытта һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һайлау була. Республика парламенты спикеры әйтеүенсә, сентябрҙә тауыш биреү өс көн дауам итә.

"Тауыш биреү 17 – 19 сентябрҙә уҙғарыла. Был һайлауҙа күберәк кешенең ҡатнашыуына булышлыҡ итәсәк, тауыш биреү һөҙөмтәләре лә граждандарҙың сәйәси ихтыярын тулыраҡ сағылдырасаҡ. Бынан тыш, өс көнлөк тауыш биреү халыҡтың һайлау участкаларында күпләп тупланыуынан ҡотолорға булышлыҡ итәсәк. Пандемия шарттарында был бик мөһим", – тине Константин Толкачев.

 

Фото: ведомостинсо.рф

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас