Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Июль 2021, 06:06

Законһыҙ ғәмәлдәргә кәртә ҡуйылды

newstes.runewstes.ru
Фото:newstes.ru

Ваҡытында түләнмәгән бурысты кире ҡайтарғанда закон һәм заемсы хоҡуғын боҙоуға юл ҡуйған микрокредит компанияһы суд приставтары хеҙмәтенең тикшереүе һөҙөмтәһендә административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. 

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идара­лығына Әбйәлил районында йәшәгән ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул заем килешеүе төҙөгән “Макро” микрокредит компанияһының законһыҙ ғәмәлдәренә зарланған. 

Административ тикшереү барышында суд приставтары ойошма­ның 230-сы Федераль законды боҙоуын асыҡлаған. Мәскәүҙәге микрокредит компанияһы ҡатынға аҙнаһына бер тапҡырҙан күберәк шылтыратҡан. Шулай уҡ һөйләшеү барышында уға психологик баҫым яһаған. Өҫтәүенә, бурысын түләмә­гән осраҡта уның туғандары, хатта күршеләре менән эш итәсәктәре тураһында белдергән­дәр. 

Закон боҙоу осраҡтарын иҫәпкә алып, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идара­лы­ғы “Макро” йәмғиә­тенә ҡарата Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының “Ваҡытында түләнмәгән бурысты ҡайтарыу буйынса эшмәкәрлекте тормошҡа ашыр­ғанда физик берәмектәрҙең хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау тураһындағы закон талаптарын боҙоу” хаҡындағы 14-се статьяһы 1-се пунктына ярашлы административ эш ҡуҙғатҡан. Суд ойошманы тәртип боҙоуҙа ғәйепле тип таный һәм 20 мең һум күләмендә штраф һалған. 

Әйткәндәй, 230-сы Федераль законға ярашлы, кредитор йәки ваҡытында түлән­мәгән бурысты кире ҡайтарыу буйынса эшмәкәр­лекте тормошҡа ашырған кеше бурыслыға тәүлегенә иң күбе бер тапҡыр, аҙнаһына ике тапҡыр шылтыра­тырға, эш көнөндә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 10-ға тиклем, ял һәм байрам көндәрендә  иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем һигеҙ тапҡыр осрашырға хоҡуҡлы. Шул уҡ ваҡыт­та ул бурыслы кешегә психологик баҫым яһарға, физик көс ҡулланып, сәләмәт­легенә зыян килтереп йә иһә башҡа ғәмәлдәр менән уны, туғандарын йәки таныштарын ҡурҡытырға тейеш түгел.

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.

Читайте нас