Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Июль 2021, 13:30

Республика парламентына - тағы өс депутат

Уларҙы Ауырғазы, Ғафури, Борай, Яңауыл, Ҡалтасы һәм Дүртөйлө райондары, Ағиҙел ҡалаһы халҡы тауыш биреп билдәләйәсәк.

Республика парламентына - тағы өс депутатРеспублика парламентына - тағы өс депутат
Республика парламентына - тағы өс депутат

Республика парламентына өҫтәп өс депутат һайланасаҡ. Уларҙы Ауырғазы, Ғафури, Борай, Яңауыл, Ҡалтасы һәм Дүртөйлө райондары, Ағиҙел ҡалаһы халҡы тауыш биреп билдәләйәсәк.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролатйҙағы буш урындар барлыҡҡа килеүенең сәбәбе: былтыр октябрҙә депутат Әмир Ишемғолов мәрхүм булып ҡалды, депутаттар Рәмзил Низаметдинов менән Флүр Ғәлләмов вәкәләттәренән үҙ теләктәре менән баш тартты.

Бөйә, Краснохолм һәм Талбазы һайлау округтары буйынса ошо буш урындарға халыҡ вәкилдәрен һайлау быйыл 17-19 сентябрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһына һәм урындағы үҙидара органдарына һайлауҙар менән бер үк ваҡытта үткәреләсәк.

“Бер нисә көн буйы һайларға мөмкинлек булыуы күберәк һайлаусыларға ҡатнашыу форсаты бирә, – ти Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Тимәк, һайлау һөҙөмтәһе лә граждандарҙың сәйәси өҫтөнлөктө кемдәргә биреүе тулыраҡ сағылыш табасаҡ”.

Фото: Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас