Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
27 Июля 2021, 06:25

Аҙналыҡ кәңәшмә: нимә көнүҙәк?

economy-old.bashkortostan.rueconomy-old.bashkortostan.ru
Фото:economy-old.bashkortostan.ru

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт йортонда сираттағы аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Төбәк етәксеһе үткән аҙнаға байҡау яһаны, сәнәғәт етештереүе, торлаҡты сафҡа индереү күрһәткестәрен, Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырған йәштәр менән осрашыуын, МАКС авиайыһан салонындағы ҙур күргәҙмәлә ҡатнашыуҙы, унда төҙөлгән килешеүҙәрҙе, “Сириус” үҙәге етәксеһе Елена Шмелева менән осрашыуҙы, Өфөлә реконструкцияланған объекттарҙы телгә алды.

 “Улар беҙгә юлдаш түгел”

 Кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин сығыш яһаны. Ул хәбәр итеүенсә, Башҡортостан ковид менән сирлеләр һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында 81-82-се урындарҙы биләй. Әле 73 кеше ауыр хәлдә, шуларҙың 15-е интенсив терапияла. Ауырыуҙар өсөн койка фонды ла, дарыуҙар ҙа етерлек.   26 июлгә ҡарата республикаға коронавирустан 1 миллион 31 мең 80 доза вакцина тапшырылған. Башҡортостанда 185 вакцинация пункты эшләй.

Кәңәшмәлә “Роспотребнадзор”ҙың Башҡорт­остан идаралығы начальнигы Анна Казак республикалағы балалар лагерҙарында 46 ковид йоҡтороу осрағы теркәлеүе тураһында һөйләне. Әле был учреждение ябылған.

Радий Хәбиров Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығына кисекмәҫтән эш төркөмө төҙөп, “Роспотребнадзор” белгестәре менән йәйге ял лагерҙарын тикшереп сығырға ҡушты.

– Хәлгә анализ яһарға кәрәк. Лагерҙа сирҙең таралыуына юл ҡуйған етәкселәргә килгәндә, улар эштән бушатылырға тейеш. Улар беҙгә юлдаш түгел. Бындай башбаштаҡлыҡ арҡаһында балалар ялдан мәхрүм ҡалыуы бар, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда ресторандарға һәм башҡа социаль-көнкүреш ойошмаларына вакцинация, прививка яһатыуҙың тыйылыуы йәки ПЦР-тестың сирләмәүҙе күрһәтеүе тураһындағы белешмә ҡағыҙы булғандарҙы ғына индереү талабы әлегә ғәмәлгә индерелмәй.

– Дөйөм туҡланыу учреждениеларында сикләүҙе ғәмәлгә индереү өсөн нигеҙ юҡ, – тине “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы начальнигы Анна Казак.

– Бындай сараларҙы ҡулланмай торабыҙ. Ләкин хәл киҫкенләшһә, ә бының булыуы ихтимал, беҙ мәсьәләгә әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ. Әле иһә әүәлге тәртиптә эшләйбеҙ, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.

Максим Забелин ковидтан прививка яһатмағандарҙы планға ярашлы дауаханаға һалыуҙан баш тартыу тураһында белдерҙе. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы оператив штаб ошондай ҡарарға килгән.

– Баш табиптарҙың һәм төп белгестәрҙең фекеренсә, яман шештән һәм йөрәк ауырыуҙарынан яфаланған кешеләрҙән тыш, башҡа пациенттарҙы коронавирустан мотлаҡ вакцина һалдырыу шарты менән генә планлы госпиталләштереү тураһындағы положениены ғәмәлгә индерергә кәрәк. Был медицина ойошмаһында сирҙең таралыу хәүефен кәметеү һәм медицина ярҙамын өҙлөкһөҙ күрһәтеү мөмкинлеген бирәсәк, – тине Максим Забелин.

Шул уҡ ваҡытта, министр әйтеүенсә, ашығыс ярҙам вакцинация тураһындағы сертификаттың булыу-булмауына ҡарамаҫтан күрһәтеләсәк. Республика Башлығы Указына тейешле үҙгәреш  2 августан индерелә.

Милли проекттар яңы мөмкинлек аса

Оператив кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов 2021 йылдың тәүге яртыһында Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу йомғаҡтары һәм йыл аҙағына  тиклемге бурыстар тураһында һөйләне.

Быйыл 45 төбәк проекты буйынса айырым маҡсатлы 150 күрһәткескә өлгәшеү ҡарала. Тәүге ярты йыллыҡ мәғлүмәттәре буйынса 21 күрһәткескә өлгәшелгән, 120-һен – йыл аҙағына тиклем үтәү ҡарала, йәнә туғыҙ күрһәткестә (“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ҡағыла) бер аҙ тайпылыштар булыуы ихтимал.

Быйыл республикала милли проекттарға 27 миллиард һум аҡса бүленә, шуның 18,8 миллиард һумы – федераль аҡса, 8,2 миллиарды – республика ҡаҙнаһыныҡы.

Сараларҙы ваҡытында һәм сифатлы тормошҡа ашырыу, бюджет аҡсаһының маҡсатҡа ярашлы һәм һөҙөмтәле файҙаланылыуын тәьмин итеү өсөн республика Хөкүмәте бюджет аҡсаһының үҙләштерелеүенә, финанс килешеүҙәре төҙөүгә, милли проекттар нигеҙендә сафҡа индерелгән объекттарҙың әҙерлегенә һәм йыһазландырылыуына, дәүләт һәм муниципаль килешеүҙәрҙең үтәлешенә мониторинг ойошторҙо.

Мәғлүм булыуынса, быйыл милли проекттар нигеҙендә 34 объект төҙөлә һәм реконструкциялана, шуларҙың 20-һендә эште яҡын арала тамамлау күҙаллана. Башҡортостан Башлығының милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышында асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙарға мониторинг тураһындағы бойороғон үтәү йәһәтенән алып барылған эш даими контролдә тотола.

Быйыл муниципаль берәмектәргә бюджет-ара трансферттар йәһәтенән милли проекттарҙы финанслау структураһы үҙгәргән. Былтыр был трансферттар – 7,5 миллиард булһа, быйыл 10,5 миллиард һум тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта ошо трансферттарҙың яртыһынан күберәге Өфө ҡалаһына тура килә.

Илшат Тажетдинов 2021 йылдың тәүге яртыһында милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың төп йомғаҡтарына туҡталды. Уның әйтеүенсә, 1,253 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, 59 меңдән ашыу ғаилә сабыйҙары тыуыуға бәйле айлыҡ түләү алған, өс муниципаль мәҙәниәт учреждениеһы реновацияланған, поликлиникалар һәм дауаханалар нигеҙендә өс онкологик амбулатор ярҙам үҙәге, Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында “Минең бизнесым” үҙәге офистары асылған, дауалау учреждениеларына байтаҡ медицина ҡорамалдары  тапшырылған.

Йыл аҙағына тиклем 2,460 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү, 146 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү, бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән 13 проектты тормошҡа ашырыуҙы тамамлау, 309 километрҙан ашыу автомобиль юлын тәртипкә килтереү, Өфө һәм Салауат ҡалаларында, Өфө һәм Иглин райондарында төп магистраль урамдарҙы, объекттарҙы капиталь ремонтлау, баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе реконструкциялауҙың беренсе этабын ахырына еткереү күҙаллана.

Социаль өлкәлә Салауат районының Янғантау ауылында 190 урынлыҡ балалар баҡсаһын сафҡа индереү, 17 мәҙәниәт объектын төҙөү һәм реконструкциялау, Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге төҙөлөшөн башлау, Сибайҙа һәм Бөрөлә ике онкологик амбулатор ярҙам үҙәген асыу, мәғариф ойошмаларының матди-техник базаһын яңыртыу, 207 “Үҫеш нөктәһе”н ойоштороу планлаштырыла.

“ОДК-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идарасы директоры Евгений Семивеличенко берекмәнең быйылғы эшмәкәрлеге һәм үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләне.

Кәңәшмәлә шулай уҡ республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев, транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров сығыш яһаны.

 Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.

 

 

 

 

 

Читайте нас