

Өфөлә сәйәси партияларҙың һәм йәмәғәтселәрҙең быйыл сентябрҙә Берҙәм тауыш биреү көнөндә һайлау барышын күҙәтеүҙе тәьмин итеүҙәге хеҙмәттәшлеге буйынса фекер алыштылар.
“Түңәрәк өҫтәл”дә республиканың Йәмәғәт палатаһы, 2021 йылда һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы, Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, 2021 йылда һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы етәксеһе Ольга Панчихина сараға әҙерләнгәндә һәм уны үткәргәндә “Роспотребнадзор”ҙың ковидҡа бәйле хәүефте иҫкәртеү буйынса тәҡдимдәре тураһында һөйләне.
"Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ковидты иҫкәртеү маҡсатында һайлаусыларға бер тапҡыр ҡулланыла торған ручкалар, битлектәр һәм бирсәткәләр таратылыуын да контролдә тотасаҡ", – тине Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелев.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров әйтеүенсә, партия өс көн дауамында тауыш биреү тураһындағы ҡарарҙы хуплай һәм өс көнгә етерлек күҙәтеүселәр әҙерләй. Шулай уҡ 29 июлдән Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” кандидаттарына булышлыҡ итеү буйынса йәмәғәт штабы эш башлай.
“Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһының Башҡортостандағы координаторы Михаил Артамонов һайлау кампаниялары буйынса асыҡ лекциялар циклы ойошторолоу тураһында сығыш яһаны. Рәсәй сәйәси партиялары төбәк бүлексәләренең партия-ара советы рәйесе Валех Аббасов журналист, республика Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Руслан Вәлиевкә мөрәжәғәт итеп, Кеше хоҡуҡтары советы ағзаларын йәмәғәт күҙәтеүселәре булырға саҡырҙы.
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Данияр Абдрахманов билдәләүенсә, республикала киләһе һайлау өсөн конкурентлы мөхит булдырылған.