

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, кисә Өфөлә сәйәси партияларҙың һәм йәмәғәтселәрҙең быйыл сентябрҙә Берҙәм тауыш биреү көнөндә һайлау барышын күҙәтеүҙе тәьмин итеүҙәге хеҙмәттәшлеге буйынса фекер алыштылар.
“Түңәрәк өҫтәл”дә республиканың Йәмәғәт палатаһы, 2021 йылда һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы, Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, 2021 йылда һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы етәксеһе Ольга Панчихина белдереүенсә, ҡайһы бер партиялар һәм йәмәғәт ойошмалары республиканың Йәмәғәт палатаһы менән һайлау ваҡытында хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеү төҙөгән. Шулай уҡ палата аша күҙәтеүселәр ҙә тәҡдим ителәсәк.
Әлеге ваҡытта палата ярҙамында ете мең самаһы йәмәғәт күҙәтеүсеһе әҙерләнгән һәм уҡыу үткән. Был эштә ҡатнашырға теләгәндәрҙән ғаризалар сентябргә тиклем ҡабул ителәсәк. Шулай уҡ Йәмәғәт палатаһы менән хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүҙе үҙҙәрен-үҙҙәре тәҡдим иткәндәр һәм ошоға тиклем быны башҡармаған партиялар ҙа эшләй ала. “Әле ваҡыт бар. Беҙ бөтәһе өсөн дә асыҡ”, – тине Ольга Панчихина.
Һөйләшеүҙәге төп темаларҙың береһе хәүефһеҙлек булды. Ольга Панчихина һайлауға әҙерләнгәндә һәм уны үткәргәндә “Роспотребнадзор”ҙың ковидҡа бәйле хәүефте иҫкәртеү буйынса тәҡдимдәре тураһында һөйләне.
Мәҫәлән, контактһыҙ градусниктарҙың дөрөҫ эшләүен даими тикшереп торорға, тейешле ваҡытында бөтә урындарҙы дезинфекцияларға, метр ярымлыҡ дистанцияны һаҡларға, документтар менән тик битлек һәм бирсәткәләрҙә генә эшләргә. Һайлау алды саралары үткән биналарҙа аҙыҡ-түлек ашарға һәм эсергә тыйыла (шешәләге һыуҙан тыш). Ошо уҡ талаптарҙы һайлау көндәрендә лә үтәргә кәрәк буласаҡ.
Бынан тыш, һайлауҙы ойоштороусыларға һәм күҙәтеүселәргә, әгәр медицина ҡаршылыҡтары юҡ икән, алдан уҡ коронаврус инфекцияһына ҡаршы прививка эшләтергә тәҡдим ителә.
"Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ковидты иҫкәртеү маҡсатында һайлаусыларға бер тапҡыр ҡулланыла торған ручкалар, битлектәр һәм бирсәткәләр таратылыуын да контролдә тотасаҡ. Уларҙың барыһы ла целлофан ҡапҡа һалынасаҡ. Һайлаусы паспортын асып, һайлау комиссияһы ағзаларына үҙаллы бирергә тейеш. Тауыш биргән саҡта, үҙ ручкаң менән генә файҙаланырға кәрәк", – тине Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелев.
Өйҙән тауыш биргән осраҡта, участка һайлау комиссияһы ағзлары битлек, бирсәткә, һаҡланыу экрандары һәм антисептиктарҙан тыш, бер тапҡыр кейелә торған халаттар менән файҙаланырға, шулай уҡ үҙҙәре менән һайлаусылар өсөн өҫтәмә йыйылмалары булырға тейеш. Был әгәр һайлаусы һаулыҡ торошо буйынса үҙе тауыш бирә алмай, янындағы кеше ярҙамы менән файҙаланырға теләгән осраҡ өсөн кәрәк. Шул уҡ ваҡытта комиссия ағзалары өйгә йәки фатирға инергә тейеш түгел – бюллетендәрҙе уларға сығарып бирәсәктәр.
Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, хоҡуҡ һаҡсылары һәм күҙәтеүселәргә эш өсөн урынды участка комиссияһы билдәләйәсәк. Фото һәм видеоға төшөрөү ҙә күрһәтелгән урындан алып барылырға тейеш – бында барлыҡ санитар талаптар иҫәпкә алынасаҡ. Көн дауамында файҙаланылған гаджеттарҙы даими рәүештә дезинфекция саралары менән һөртөп торорға кәрәк буласаҡ.
Күҙәтеүселәр һәм журналистар һайлау комиссияһына тейешле документтар менән генә килергә тейеш. Шулай уҡ эш өсөн үҙ яҙма ҡоралдары булыуы шарт. Термометрия үтергә, ҡулдарҙы антисептик менән эшкәртергә һәм башҡа барлыҡ санитар талаптарҙы үтәргә кәрәк
“Был талаптарҙың бөтәһен дә яңыраҡ Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе һәм Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе раҫланы. Улар башлыса кәңәш һымаҡ әйтелһә лә, һайлау процесында ҡатнашҡан һәр кем теүәл үтәргә тейеш, тип иҫәпләйбеҙ. Шулай уҡ күҙәтеүселәр исемлеге территориаль комиссияларға тауыш биреү башланырҙан өс көн алда тапшырылырға тейеш”, – тине Марат Ғәҙелов.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров әйтеүенсә, партия өс көн дауамында тауыш биреү тураһындағы ҡарарҙы хуплай һәм өс көнгә етерлек күҙәтеүселәр әҙерләй. Шулай уҡ 29 июлдән Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” кандидаттарына булышлыҡ итеү буйынса йәмәғәт штабы эш башлай.
“Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһының Башҡортостандағы координаторы Михаил Артамонов һайлау кампаниялары буйынса асыҡ лекциялар циклы ойошторолоу тураһында сығыш яһаны. Рәсәй сәйәси партиялары төбәк бүлексәләренең партия-ара советы рәйесе Валех Аббасов журналист, республика Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Руслан Вәлиевкә мөрәжәғәт итеп, Кеше хоҡуҡтары советы ағзаларын йәмәғәт күҙәтеүселәре булырға саҡырҙы.
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Данияр Абдрахманов билдәләүенсә, республикала киләһе һайлау өсөн конкурентлы мөхит булдырылған.
“Бөгөн Рәсәй Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға ҙур атака булдырылған. Мәҫәлән, ОБСЕ миссияһы белдереүенсә, имеш Рәсәйҙә һайлау дәғүәселеге кәмей. Быны 2012-2013 йылдарҙағы һайлау менән сағыштырғанда сәйәси партиялар һаны кәмеүе менән аңлаталар. Ысынбарлыҡта, беҙҙә буш ҡыуыҡ партиялар ғәмәлдән сыҡты, – ти ректор. – Әле дөйөм илгә хас бер нисә тенденция күҙәтелә. Ғәмәлдәге депутаттар араһында һайлауҙа ҡатнашыусылар әҙерәк, кандидаттар исемлеге “йәшәрҙе” һәм улар араһында ҡатын-ҡыҙҙар күберәк. Партия эсендәге исемлектәр ҙә ныҡ төрлөләнде. Быларҙың барыһы ла һайлау процесындағы көрәште киҫкенләштерә. Һығымта шундай – илдә лә, республикала ла дәғүәле мөхит бар”.
Сығанаҡ: https://resbash.ru/articles/politika/2021-07-27/bezopasnost-vybora-2433753 ("Республика Башкортостан" баҫмаһы).
Фото: op.bashkortostan.ru.